Спорт
6 Апреля 2021, 06:45

25 йыл үтһә лә...

Дәүләт урта мәктәбендә былтыр "Мәктәптәргә - спорт көрәше" программаһы сиктәрендә асылған күнекмә залында милли көрәш буйынса район-ара турнир үтте. Ул Төньяҡ Кавказда хәрби бурысын үтәгәндә хәбәрһеҙ юғалған райондашыбыҙ Илһам Шәрәфетдинов иҫтәлегенә арналды.

"Йәш батыр" турниры иң кескәй көрәшселәр араһында үткәрелә. Тренер Өлфәт Шөғүровтың тырышлығы менән унда район мәктәптәренән генә түгел, Баймаҡ районынан килгән йәш келәм батырҙары ла ҡатнашты. Сараны асыу тантанаһында Дәүләт ауыл биләмәһе башлығы Фәнгиз Искәнйәров, мәктәп директоры Илһам Сәлихов, "Боевое братство" ойошмаһының район бүлексәһендә торған хәрби хәрәкәттәр ветерандары ла телмәр тотто. Яугирҙәр Илһамды бер ҡасан да онотмаясаҡтары, уның исемен мәңгеләштереү буйынса эштәр башҡарыласағы хаҡында белдереп, И. Шәрәфетдиновтың әсәһе Шәкирә Нәби ҡыҙына рәхмәт хаты тапшырҙы.
Көрәшселәр алты ауырлыҡ төркөмөндә бил һынашты. Бәләкәй генә булһалар ҙа, ҙур оҫталыҡ, сәм менән көрәште улар. Ә абсолют чемпион исемен алған батырҙы төп бүләк - һарыҡ тәкәһе көтә ине. Был елле призды кем алғанлығын гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡып белерһегеҙ)
Читайте нас