18 йәшендә Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафына алынған Илһамға быйыл сентябрҙә 45 йәш тулыр ине.
— Минең улым шуҡ, шаян малай булып үҫте, егәрлелек, тәүәккәллек кеүек сифаттары менән айырылып торҙо, — тип һөйләне һалдаттың әсәһе Шәкирә Нәби ҡыҙы. — 8-сене тамамлағас, уҡыуын дауам итәм, тип 1 сентябрь Дәүләт мәктәбенә барғайны. Баҡтиһәң, бөтә класташ егеттәре 8-сенән һуң уҡырға китеп бөткән икән, Илһам күмәк ҡыҙҙар араһында бер үҙе тороп ҡалған. Күп уйлап та, беҙҙең менән кәңәшләшеп тә тормаған, документтарын алған да, Таштимерҙәге һөнәрселек училищеһына киткән дә барған. Шулай итеп, мәктәпкә тип сыҡҡан улым училище студенты булып ҡайтып инде. Бында ул яҡшы уҡып, тракторсы-машинист, водитель-автомеханик, фермер һөнәрҙәрен алып сыҡты. Дипломлы булғас, бер осор колхозда эшләргә лә өлгөрҙө. 1994 йылдың 20 декабрендә беҙ уны армияға оҙаттыҡ, үҙе теләп, ил алдындағы бурысымды үтәйем тип, ихлас юлланды ул. Нальчик ҡалаһындағы авторотаға эләккән улымды тәүге көндәрҙән үк Чечен Республикаһына командировкаға йөрөткәндәр икән. Ә Илһам был турала беҙгә бер нәмә яҙманы. «Минең өсөн борсолмағыҙ, беҙҙе Чечняға индермәйҙәр», — тиер ине хаты һайын. Ә Төньяҡ Кавказда һуғыш тоҡанған ине инде. Илһам Чечняла йыл ярым буйы хеҙмәт иткән һалдаттарға йә аҙыҡ-түлек, йә ҡорал ташыусы колоннала йөрөгән булған. Июнь айында уның дембелгә ваҡыты тулды, әммә һаман ҡайтармай оҙаҡлаттылар. 1996 йылдың 6 июлендә ул колонна составында тауҙар буйлап китеп барғанда, машинаһы боҙолған. Шуны йүнәтергә тип туҡтай, сержанты күпмелер ваҡытҡа эргәһенән китә һәм әйләнеп килеүенә Илһам урынында булмай... Шәхси әйберҙәре лә, автоматы ла автомобиль эсендә ятып ҡалған, ә улым эҙһеҙ юғала...
Был аяныслы ваҡиғаға 25 йыл ваҡыт үткән. Әйтеүе еңел, ошо йылдар эсендә өмөтөн һүндермәй улын көткән әсә йөрәге ниҙәр кисергәнен үҙе генә беләлер. «Бына инде өлкән ейәнемә хәрби хеҙмәткә барыр ваҡыт етте, ә минең улым һаман армиянан ҡайтып етмәгән», — тип күҙ йәштәренә ирек бирҙе әсә. Сабырлыҡтан башҡа ни теләргә ошондай ауыр минуттарҙа?
«Боевое братство» ойошмаһының район бүлексәһе егеттәре локаль бәрелештәрҙә һәләк булған иптәштәренең әсәләрен, шул иҫәптән Шәкирә инәйҙе лә иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа тырыша. Байрамдар уңайынан ҡотлап, юл ыңғайы хәл белешеп тә сыға улар. Был юлы ла, Илһам Шәрәфетдиновтың иҫтәлегенә хөрмәт белдереп, турнирҙы асыу сараһына хәрби хәрәкәттәр ветерандары Рузил Низаметдинов, Радмир Ғилажев, Вадим Моратов, Ринат Мәхмүтов килде. Улар ярышты ойоштороусыларға теләктәшлек белдереп, батыр йөрәкле, илһөйәр ул тәрбиәләгәне өсөн Шәкирә Нәби ҡыҙына рәхмәт хаты тапшырҙы.
Дәүләт ауыл биләмәһе башлығы Фәнгиз Искәнйәров, урындағы мәктәп директоры Илһам Сәлихов Ватанына, хәрби антына тоғро ҡалған егеттәрҙең хеҙмәт юлы бөгөнгө малайҙарға яҡшы үрнәк, уларҙың исемдәре мәңге онотолмаҫ, беҙ Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, локаль бәрелештәр яугирҙәренә лайыҡлы алмаш үҫтерергә тейешбеҙ, тине.
Илһам Шәрәфетдинов иҫтәлегенә арналған «Йәш батыр» турниры 6 ауырлыҡ төркөмөндә барҙы. Уны ойоштороуға балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Өлфәт Шөғүров ҙур тырышлыҡ һалды. Әйткәндәй, Дәүләттә былтыр «Мәктәптәргә — спорт көрәше» программаһы сиктәрендә йыһазландырылған ҙур зал көрәшселәр сафын арттырыуға булышлыҡ итә.
Келәмдә үҙен һынарға райондың Дәүләт, Гусев, Ишбулды, Амангилде, Мораҡай, Иҙәш Ҡусҡары мәктәптәренән тыш, Баймаҡ районы спортсылары ла килгәйне. Кескәй батырҙар майҙанда үҙен бик ышаныслы тотто, һыр бирмәй, тырышып көрәште. Турнир чемпиондары исемен Дәүләт мәктәбе уҡыусылары Арсен Дауытов, Радмир Хисамиев, Айбулат Мөхитдинов һәм Баймаҡ районынан Солтан Миңлебаев, Тимур Тимербулатов, Мансур Ласынов яуланы. Дәғүәсеһен бер секунд эсендә күтәреп ташлаған Арсен Дауытов «Иң етеҙ техника» номинацияһында билдәләнде һәм уға Шәкирә инәй Шәрәфетдинова үҙенең махсус бүләген тапшырҙы. Иң еңел ауырлыҡ категорияһында бил һынаған Айбулат Мөхитдинов турнирҙың абсолют чемпионы тип танылды һәм ул төп приз — Алмас Мәсәлимов һәм «Боевое братство» егеттәре әҙерләгән һарыҡ тәкәһе менән бүләкләнде. Призерҙар шулай уҡ бағымсылар Батыр Хәмзин, Клара Мәсәлимова әҙерләгән приздарға һәм ДЮСШ-ның маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булды.