Былтыр республика федераль проектты тормошҡа ашырып, милли көрәш менән шөғөлләнеүсе балалар өсөн ҙур мөмкинлектәр асты. «Мәктәптәргә — спорт көрәше» программаһы сиктәрендә Әбйәлилдең өс мәктәбендә — Тупаҡта, Дәүләттә һәм Буранғолда заманса йыһазландырылған залдар эшләй башланы.
Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Ласын Усманов быйыл йәнә һөйөнөслө яңылыҡ менән уртаҡлашты: ошо уҡ программа районда тағы ике залды йыһазландырырға мөмкинлек бирҙе. Үткән аҙнала Әбйәлилдә республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Балаларҙы физик тәрбиәләү һәм олимпия резервын әҙерләү буйынса идаралығы вәкилдәре килеп, Гусев һәм Асҡарҙа урынлашҡан көрәш залдарын баһаланы, уларға кәрәкле ҡорамалдар ҡайтарылды.
Гусев урта мәктәбендә тренер Фәтих Сафиуллин етәкләгән милли көрәш һәм билбау көрәше түңәрәгендә шөғөлләнеүсе спортсылар өсөн 471 мең һумға көрәш келәме, гимнастика һәм көрәш матылары, манекендар, стенаға ҡуйылыусы өс протектор, швед стенкаһы кеүек йыһаздар ҡуйылды. Асҡарҙа, тренер Илгиз Әбделғазин етәкселегендәге секцияға йөрөүсе малайҙар өсөн дә ошондай уҡ ҡорамалдар тапшырылды — Йәштәр йортондағы зал 562 мең һумға йыһазландырылды.
Көрәш залын асыу уңайынан Гусевта район турниры уҙғарылды. Ул Әбйәлилдең арҙаҡлы уҙаманы, бар ғүмерен ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә арнаған хеҙмәт ветераны Сәхи Дәүләткирәевтың яҡты иҫтәлегенә арналды. Сәхи Зәки улының тормош һәм хеҙмәт йылдары тураһында Гусев мәктәбенең элекке директоры Рәшит Сәғитов һөйләп үтте, уның Әбйәлил өсөн башҡарған фиҙаҡәр эшен билдәләне.
С. Дәүләткирәевтың тормош юлдашы Нәғимә Хабрахман ҡыҙы, балалары Лилиә һәм Заһир ҙа аталарын хөрмәт менән иҫкә алып, турнирҙы ойоштороусыларға рәхмәт еткерҙе.
Мәктәп директоры Ирек Бәхтийәров үҙ сығышында көрәшселәргә сағыу еңеүҙәр теләне. ДЮСШ директоры Ласын Усманов «Мәктәптәргә — спорт көрәше» программаһы тураһында һөйләп, яңыраҡ юбилейын билдәләгән тәжрибәле тренер Фәтих Сафиуллинға йәш быуынды сәләмәт тормошҡа йәлеп итеүгә индергән өлөшө өсөн рәхмәт белдерҙе һәм быйыл Гусев мәктәбенең ҙур спорт залына ла ремонт үткәреләсәген белдерҙе. Ласын Марат улы шулай уҡ яңыраҡ билбау көрәше буйынса республика чемпионы исемен яулаған Лена Крупинаны спортты үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн кубок менән бүләкләне. Ә тренер Фәтих Зекриә улы Билбау көрәше буйынса республика федерацияһының Почет грамотаһына лайыҡ булды. Спортсыларҙы «Ҡош юлы. Балалар» бәйгеһе лауреаты, «Йыл уҡыусыһы» район бәйгеһе еңеүсеһе Юнир Ғәтиәтуллин матур йыры менән сәләмләне.
Дәүләт, Гусев, Ишбулды, Иҙәш Ҡусҡары, Асҡар, Сиҙәм, Хәлил мәктәптәренән һәм Урал аръяғы агросәнәғәт колледжынан килгән көрәшселәр ете ауырлыҡ төркөмөндә бил һынашты. Беренсе урындарҙы лайыҡлы рәүештә Тимур Ҡунафин, Вәғиз Хәлисов, Максим Махийәнов, Динир Садиҡов, Илһам Сәлихов, Илназ Үҙәнбаев, Фәнүр Истамбаев яуланы. Еңеүселәр балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең почет грамоталары һәм Дәүләткирәевтар ғаиләһе әҙерләгән бүләктәр менән билдәләнде.