Район һабантуйы майҙанында Советтар Союзы Геройы, яҡташыбыҙ Таһир Тайып улы Кусимов иҫтәлегенә ат сабыштары үтте. Биш заезда ойошторолған бәйгелә әбйәлилдәрҙән тыш, Баймаҡ, Белорет, Учалы, Архангель райондары һәм Сибай ҡалаһы һыбайлылары ҡатнашты.
Хәрби кейемдәрҙәге «Юрға» ат-спорт мәктәбе һыбайлылары Бөйөк Еңеүгә ҙур өлөш индергән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы байрағын тотоп, кавалеристарҙың «хәтер юлын» үтте. Һабантуй майҙанында Таһир Тайып улының батырлығы хаҡында һөйләгән китаптарҙан күргәҙмә лә ҡуйылғайны.
— Урал аръяғында йылҡысылыҡ ныҡ үҫешкән. Республикалағы аттарҙың дөйөм һанының 70 проценты нәҡ беҙҙең яҡтарҙа аҫырала. Башҡортостанда йылҡысылыҡты үҫтереү программаһы ҡабул ителеүе лә ыңғай күренеш. Әбйәлилдә 4000 баш йылҡы — шәхси хужалыҡтарҙа, ҡалғаны — фермерҙар ҡулында. Аттарҙы ҡымыҙ һәм йылҡы ите сығанағы итеп кенә ҡарарға ярамай, ат спорты ла үҫешергә тейеш. Бөгөнгө бәйгегә етмешләгән ат сығыуы ҡыуаныслы, — тип район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ғәлим Солтанов ярыштарға старт бирҙе.
Беренсе булып бәйгегә ике йәшкә тиклемге башҡорт тоҡомло аттар сыҡты. Улар 1050 метрлыҡ дистанцияға сабышты. Көсөргәнешле ярышта тәүге ике урынды баймаҡтар алды. Беренсе булып финишҡа Альберт Ласыновтың «Уклон» ҡушаматлы аты (һыбайлыһы — Илназ Мостафин) килһә, икенсене «Шейх» ҡушаматлы атта Рәзиф Әхмәров яуланы (ат хужаһы — Рим Әхмәров). Өсөнсө урын әбйәлилдәргә эләкте — Ишдәүләт Һибәтовтың «Жасмин» ҡушаматлы атында Салауат Фәтхуллин сапты.
Төрлө йәштәге эш аттары ярышҡан икенсе заезда әбйәлилдәр үҙ-ара көс һынашты. 5250 метр араға йүгергән бәйгелә етеҙлектә Илгизәр Ишбаевтың Наталья Абдуллина менгән «Ураган»ына етеүсе булманы. Икенсе булып Салауат Баһаувтың «Рассвет»ы килде, һыбайлыһы — Фаил Зыяҙрисламов. Өсөнсөлә — Әсләм Итекәевтың «Буян»ында Ринат Сәйфетдинов.
Башҡорт тоҡомло өлкән йәштәге аттар ҙа шундай дистанцияла ярышты. Бында учалылар беренселекте яуланы: Динар Фазлетдинов «Шатлыҡ» ҡушаматлы атта (хужаһы — Рөстәм Фазылов) һынатманы. Икенселә Әсләм Итекәевтың «Байғанат»ында Артур Әпсәләмов килде. Өсөнсө урын белореттарҙа: Айгиз Вәлиевтың «Ялҡын» ҡушаматлы аты (һыбайлыһы Винарис Вәлиев).
Өс йәшлек төрлө тоҡомло аттар 2100 метр арауыҡта сабышты. Баштан үк алға ынтылған тәүге өс ат тотош дистанция буйынса бер-береһенән ҡалышманы. Шулай ҙа Сибайҙан килгән «Ирсайт» ҡушаматлы атҡа тиңләшеүсе булманы, бында, әлбиттә, сос һыбайлы Сергей Айсеновтың тырышлығы ҙур, аттың хужаһы — Алмас Шөғүров. Икенсе урын беҙҙең район вәкилдәрендә: Зөлфәр Мөхитдиновтың «Сейн Остин»ы менән Динар Фазлетдинов килде. Өсөнсөлөктө «Южная Калифорния» ҡушаматлы атты менгән Наташа Мокина алды (аттың хужаһы — Зөлфәр Мөхитдинов).
Ат ярышының иң мауыҡтырғыс, иң көсөргәнешле ярышы, ғәҙәттә, бәйге була. Бында 6300 метрлыҡ араға йүгереүгә 8 ат стартҡа баҫты. Алты түңәрәккә йүгерергә тейешле һыбайлылар, ни сәбәптәндер яңылышып, биш түңәрәк биргәс, финиште үттек тип туҡтап ҡалдылар. Ярыш комментаторы Басир Дәүләтшин тағы бер түңәрәкте әйләнергә кәрәклеген әйткәс, аттар йәнә алға ынтылды. Элек-электән сыҙамлы, көслө аттар сыҡҡан был бәйгелә тәүге ике урынды ҡунаҡтар ҡулдан ысҡындырманы: Баймаҡтан Земфир Ғәйнуллиндың «Анкур» ҡушаматлы атында Ҡәйүм Хөсәйенов финишҡа беренсе булып килһә, Учалынан «Сармат»ты йүгәнләгән Арсен Тайыпов унан саҡ-саҡ ҡына ҡалышты (хужаһы — Радик Фазлетдинов). Ат ярыштарында һәр саҡ призлы урындар яулаған Снежана Таймасова (ат хужаһы — Әсләм Итекәев) өсөнсө булып килде.
Еңеүселәргә дипломдар һәм аҡсалата бүләктәр тапшырылды.