Спорт
14 Мая 2021, 10:00

Хөрмәтле уҡытыусы иҫтәлегенә

Гусев ауылында абруйлы уҡытыусы Роза Яхина-Вәлиева иҫтәлегенә арналған мини-футбол буйынса турнир уҙҙы.

Гусев ауылында абруйлы уҡытыусы Роза Яхина-Вәлиева иҫтәлегенә арналған мини-футбол буйынса турнир уҙҙы. Йыл һайын май башында педагогтың тыуған көнө алдынан тормош иптәше Морат Яхин менән балалары Илшат, Ильмира, Илнур ярыш ойоштора.
Сараны тантаналы асыуҙа Гусев ауыл биләмәһе башлығы Шәрифйән Ғәтиәтуллин, ярыштың баш судьяһы Морат Яхин спортсыларҙы тәбрикләп, еңеү теләне. Ләйсән Яхина матур йыр арнаны. Роза Нурғәле ҡыҙы хаҡында йылы иҫтәлектәре менән Белорет ҡалаһынан килгән апайы, география уҡытыусыһы Рәйлә Шәһәрова, Михайловканан ағаһы Сәфәрғәли Вәлиев, коллегаһы, тарих уҡытыусыһы Үзбәк Сәғитов, балалары уртаҡлашты.
Бөтә күңелен эшенә бағышлаған уҡытыусы оҙаҡ йылдар Гусев урта мәктәбендә белем бирә. Утыҙ йылдан ашыу немец телен өйрәтә. Әүҙем, йәмәғәт эштәре уртаһында ҡайнап йәшәгән Роза Нурғәле ҡыҙы спортҡа битараф булмай, малайҙар һәм ҡыҙҙарҙы сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтыра. Уның ҡулында әллә нисә быуын Юлдаш, Тал Ҡусҡары, Таҡһыр, Иҙәш Ҡусҡары, Гусев балалары тәрбиәләнә. Директорҙың уҡытыу буйынса урынбаҫары, тәрбиә һәм кластан тыш эштәрҙе ойоштороусы була. Иптәше, ошо уҡ мәктәптә физкультуранан уҡытҡан, бик күп чемпиондар үҫтергән, билдәле спортсы Морат Яхин менән белем усағының алдынғы уҡытыусылары була улар. Ата-әсәһенең эшен балалары лайыҡлы дауам итә. Ильмира Таһир Кусимов исемендәге гимназияла географиянан, Илнур Гусев мәктәбендә физкультуранан уҡыталар. Илшат та һөнәре буйынса уҡытыусы, Урал мәктәбендә эшләне.
Күрше ауылдарҙан һәм Гусевтан командалар ҡатнашҡан турнирҙа беренсе урынға Әүнәш спортсылары лайыҡ булды. Икенсене Яхиндар ғаиләһе яуланы. Өсөнсө урынды Юлдаш командаһы алды. “Иң яҡшы ҡапҡасы” - Максим Земляков (Гусев урта мәктәбе уҡыусыһы), “Иң шәп уйынсы” – Ансар Дауытов (Әүнәш командаһы), “Иң яҡшы һаҡсы” – Тимур Латыпов (“Боростар”), “Иң яҡшы һөжүм итеүсе” тип Юлдаш командаһынан Артур Аҡмырҙин танылды. Еңеүселәр ярышты ойоштороусы Яхиндар ғаиләһе әҙерләгән кубоктар, миҙалдар һәм маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.
Читайте нас