Спорт
14 Мая 2021, 04:51

Спортты үҫтереүгә ҡорамалдар

Республикала 2015 йылдан «Сәләмәт быуын — көслө төбәк» спорт-белем биреү проекты тормошҡа ашырыла.

Республикала 2015 йылдан «Сәләмәт быуын — көслө төбәк» спорт-белем биреү проекты тормошҡа ашырыла. Ул мәктәп уҡыусыларының мөмкин тиклем күберәк ваҡытын физик культураға йәлеп итеүҙе, спортҡа һәләтле балаларҙы иртә йәштән асыҡлауҙы һәм үҫтереүҙе, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеүҙе, төбәктең спорт резервын әҙерләү системаһын формалаштырыуҙы маҡсат итә.
2017 йылдан беҙҙең район мәктәптәре лә ошо спорт-белем биреү проектында ҡатнаша. Иң тәүгеләр булып уға Таһир Кусимов исемендәге гимназия, 1-се Асҡар, Ҡырҙас, Байым урта мәктәптәре ҡушылған. Атап әйткәндә, айырым кластар ошо проект программаһы буйынса шөғөлләнә, улар дөйөм уҡыу планындағы физкультура дәрестәренән тыш өҫтәмә күнекмәләргә йөрөй, төрлө ярыштарҙа һәм спартакиадаларҙа көстәрен һынай, ГТО нормативтарын тапшыра, спортта уңыш ҡаҙанған чемпиондар менән осрашыуҙар уҙғара. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Л. М. Усманов билдәләүенсә, бигерәк тә Н. Т. Һибәтуллина (гимназия), С. М. Дауытова (1-се Асҡар мәктәбе) етәкләгән кластар әүҙемлек күрһәтә. 2019 йылда «Сәләмәт быуын — көслө төбәк» проектына Гусев, Михайловка, Рауил, Салауат, Йәнгел, Таштимер, Хәмит мәктәптәре һәм район үҙәге белем усаҡтарынан тағы ла бер нисә класс ҡушылған.
Күптән түгел өс белем усағы проект сиктәрендә спорт инвентарҙары алды. БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан бүленгән иң тос бүләк Т. Кусимов исемендәге гимназия уҡыусылары өлөшөнә төштө. Ҡорамалдарҙың күләме һәм хаҡы туранан-тура проектта ҡатнашыусы уҡыусылар һанына бәйле, тип асыҡлыҡ индерҙе Ласын Марат улы. Шулай итеп, спортты артабан үҫтереүгә гимназия — 156598, 1-се Асҡар урта мәктәбе — 64550, Ҡырҙас мәктәбе 45185 һумлыҡ кәрәкле ҡорамалға эйә булды.
Читайте нас