Спорт
7 Июня 2021, 03:50

Гондурасты төшөрмәйҙәрме ни бер юлы

Ҡырымда Украинаның тағы бер «ҡыҙыҡ» аҙымына үҙ ҡарашын белдерҙеләр.#ВладимирПутин

Евро – 2020 чемпионатында ҡатнашасаҡ футбол буйынса Украина йыйылма командаһы футболкаларында Ҡырым ярымутрауы һүрәте төшөрөлгән.
Севастополдең футбол федерацияһы башлығы Александр Красильников: «Улар быны ғауға сығарыу өсөн эшләй. Әммә украин футболсылары футболкаларына нимә генә эшләмәһендәр, миңә тимәгәйе, Гондурас һүрәтен төшөрмәйҙәрме, Ҡырым барыбер Рәсәйҙеке булып ҡаласаҡ», — тип белдерҙе.
Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуын ил Президенты Владимир Путин тарихи дөрөҫлөктө тергеҙеү тип билдәләне.
Читайте нас