Һабантуй йәме ул, әлбиттә, милли көрәш! Борон-борондан, алпамышалай ата-бабала-рыбыҙ һабантуй батыры исемен яулау өсөн йыл буйына көс туплап әҙерләнгән һәм халыҡтың хуп-лау, дәртләндереү тауыштары аҫтында көрәш майҙанында үҙенең бил бирмәҫ батыр икәнлеген иҫбатлаған. Уҡыусылар араһында өс ауырлыҡ категорияһында ла беренсе урындарҙы Ишбулды көрәшселәре — Динир Садиҡов, Вәғиз Хәлисов һәм Илдәр Хәлисов яуланы. Йәрәбә тартҡас, төп приз — һарыҡ тәкәһе Вәғиз Хәлисовҡа эләкте.
Өлкән көрәшселәр араһында алыш ҡыҙыу барҙы, быйылғы ярыш яңы исемдәр асты. 60 килограмға тиклемге ауырлыҡта финалда йәнә Ишбулды ауылы батырҙары — яңыраҡ Саҡмағош районында республика чемпионы исемен яулаған Ғаяз Шөғүров менән республика вуздары араһында үткәрелгән турнирҙа иң шәп көрәшсе тип табылған Рөстәм Хәйбуллин осрашты. Был юлы уңыш Ғаязға йылмайҙы — ул таҙа еңеү яулап, беренсе урынды алды. 70 һәм 80 килограмға тиклемге ауырлыҡ төркөмдәрендә лә пьедесталдың тәүге баҫҡысына Ишбулды егеттәре Ғәзиз Бикҡолов менән Өлфәт Шөғүров күтәрелде. 90 килограмға тиклемге төркөмдә Иҙәш Ҡусҡарынан Арсен Шәриповҡа тиңләшеүсе булманы. 90 килограмдан юғары ауырлыҡта Асҡар егете Илмир Мөхәмәтдинов еңеүсе тип табылды. Ошо дүрт батыр һабантуйҙың абсолют чемпионы исеме өсөн көрәшкә сыҡты. Мәрәйҙәр һаны буйынса финалға Өлфәт менән Арсен үтте. Оҙаҡ бер-береһен һынап торманы егеттәр — йәшлек үҙенекен итте — милли көрәш буйынса республика йыйылма командаһы ағзаһы, Рәсәй чемпионаттары призеры Арсен Шәрипов быға тиклем бил бирмәгән, таһыллы көрәшсе Өлфәт Шөғүровты ҡыҫҡа ваҡыт эсендә арҡаһына һалыуға өлгәште һәм Әбйәлил һабантуйының абсолют чемпионы тип танылып, һарыҡты елкәһенә һалды. Афарин, Арсен! Әйткәндәй, абсолют батырҙарҙы бүләкләүгә һарыҡ тәкәләрен бағымсы — «Әбйәлил урман хужалығы» учреждениеһы етәксеһе Зариф Абдуллин бирҙе. Тағы бер бағымсы — эшҡыуар Айрат Әминев «Иң яҡшы техника» номинацияһында билдәләнгән Заһир Аҡбулатовҡа (Гусев) магнитофон бүләк итте.
Волейбол майҙансыҡтарында һайлап алыу турын уңышлы үткән командалар — ир-егеттәрҙән Асҡар һәм Амангилде, ҡатын-ҡыҙҙарҙан Рауил һәм Амангилде волейболсылары финалда осрашты. Рауил ҡыҙҙары алдынғылыҡты бирмәне — дәғүәселәрен 3:0 иҫәбе менән еңеп, төп кубокты яуланы. Ир-егеттәр араһында иһә волейбол буйынса район йыйылма командаһы ағзаларынан торған Амангилде спортсылары еңеү яуланы. 40 йәштән өлкән спортсылар араһында ДРСУ уҙамандарына тиңләшеүсе табылманы.
Мини-футболда Асҡар йәштәре һәм Урал спортсылары уйнаны һәм бында Асҡар футболсылары пенальти буйынса еңде. Балалар араһында Таһир Кусимов исемендәге гимназия беренселеккә сыҡты.
Гер спортында өлкәндәр араһында Мораҙым Тахауетдинов, Зелимхан Хәлимов, Азамат Әх-мәтҡужин, ә үҫмерҙәр араһында Данил Ғәлиуллин, Вилдан Хәкимов һәм Мират Ҡотлоәхмәтов беренсе урындарҙы алды.
Армрестлинг өҫтәле янынан көн дауамында кеше өҙөлмәне. Бында иң көслөләр исеменә үҙ ауырлыҡ төркөмдәрендә Ғәлим Баһауетдинов, Самат Фәрхетдинов, Венер Ишбулатов, Данис Итекәев, Марсель Тулыбаев лайыҡ булды. Ә армрестлинг буйынса абсолют чемпион исемдәрен Булат Абдрахманов менән Азамат Атауллин яуланы.
Асҡар егете, пауэрлифтинг менән шөғөл-ләнеүсе Артур Дадакин быйыл һабантуйҙа беренсе тапҡыр көс экстримы буйынса ярыш ойошторҙо. Унда егеттәр штанга, гантель һәм башҡа ауыр снарядтар күтәреп, үҙ көсөн тикшерҙе. Еңеүсе бөтә күтәргән ҡоролмаларҙың дөйөм ауырлығы һәм суммаһы буйынса билдәләнде. Үҫмерҙәр араһында үҙ ауырлыҡ төркөмдәрендә Таһир Яҡупов һәм Роберт Шаһимәрҙәнов, ир-егеттәр араһында Данил Мөхәмәтйәнов һәм Динар Ильясов иң көслөләр тип табылды.
Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе быйылғы һабантуй программаһына самбоны ла индерҙе. Йылдан-йыл популярлыҡ яулай барған спорт төрө буйынса ярышты тренерҙар Салауат Баһаув менән Әлфир Әсәҙуллин юғары кимәлдә үткәрҙе. Келәмдә Дәүләт, Ҡырҙас, Тупаҡ, Гусев, Таштимер һәм Михайловка самбосылары алты ауырлыҡ категорияһында дәғүәләште. Шулай итеп, самбо буйынса һабантуй чемпионы исемдәренә Зариф Аҡмырҙин, Ильяс Сәйетғәлин, Дамир Ғиниәтов, Нил Нөғәмәнов, Азат Әхмәтов һәм Рөстәм Рыҫ-ҡолов лайыҡ булды. Был спорт төрөндә еңеү-селәрҙе бүләкләүҙе тулыһынса бағымсылар үҙ иң- дәренә алды: эшҡыуарҙар Юнир Таһиров («Анир» ЯСЙ-һы), Зураб Асланикашвили һәм Вилена Таһирова йәш батырҙарҙы ҡиммәтле приздар менән ҡыуандырҙы. Ю. Таһиров шулай уҡ тре-нерҙарҙы ла бүләкһеҙ ҡалдырманы. Магнитогорск ҡалаһы эшҡыуары Денис Ҡалдамасов «Еңеүгә ынтылыш өсөн» номинацияһында билдәләнгән спортсылар Рамаҙан Сәлихов, Замир Аҡмырҙин, Илдан Әҡсәнов, Фәнис Баһаув, Анир Таһиров һәм Йәмил Йәрмөхәмәтовҡа рюкзактар һәм туптар тапшырҙы.
Шашка турнирының алыштырғыһыҙ судьяһы Урал Харисов әйтеүенсә, быйыл сатраш таҡта артында ҡатын-ҡыҙҙар менән балалар бергә, ә ир-егеттәр айырым уйнаған. Һәм, әйтергә кәрәк, бәләкәй шахматсылар бер ҙә өлкән апайҙарынан ҡалышмай, бынамын тигән уйын күрһәтә алған. Ир-аттар араһында призлы урындарҙы Ринат Мәүләҙиев, Наил Сәйәхов һәм Илнур Әбдрәхимов алһа, балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында тәүге өс урынды Данир Танһыҡҡужин (уға 13 йәш), Гөлназ Әҙеһәмова һәм Эльвина Мортазина яуланы.
Вертикаль бағанаға 34 секунд эсендә күтәрелеп, Әбделмәмбәттән сос егет Тайфур Миңдейәров төп призды эләктерҙе.