Ҙур сараны үҙебеҙҙә үткәреү хоҡуғын «Боевое братство» ойошмаһының район бүлеге яугирҙәре былтыр Сибайҙа уҙған слетта ҡатнашып, яулап ҡайтҡайны. Пандемия сикләүҙәр индерһә лә, быйыл ярышты ойоштороуға рөхсәт алынды һәм етди әҙерлек ҡышҡыһын уҡ башланды.
Һабантуй майҙанына иртән үк Сибай ҡалаһы, Йылайыр, Баймаҡ райондарынан хәрби хәрәкәттәр ветерандары йыйылды. Уларҙы ҡапҡа алдында икмәк-тоҙ, шифалы Әбйәлил ҡымыҙы менән ҡаршы алғандан һуң слетты асыу тантанаһы үтте. Яугирҙәрҙе тәбрикләп, район хакимиәтенең социаль үҫеш бүлеге начальнигы Вадим Ғафаров, район хәрби комиссары Рөстәм Ғәҙелшин сығыш яһаны.
«Рәсәй Оборона министрлығы, республика хәрби комиссариаты исеменән һеҙҙе тәбрикләйем. Бөгөнгө эпидемия мәлендә ошолай осраша алыуыбыҙ — беҙҙең ҙур еңеү ул, — тине Рөстәм Миңлеғәле улы. — «Боевое братство» ойошмаһының район бүлеге менән өс йылдан ашыу берлектә эшләйбеҙ һәм һеҙҙең йәш быуынды патриотик тәрбиәләүгә индергән өлөшөгөҙ баһалап бөткөһөҙ. Бөгөнгө байрамға ла балаларығыҙ менән килеүе яҡшы күренеш — улар һеҙҙең өлгөлә Ватанды һөйөргә, илгә тоғро булырға өйрәнә, хәрби хеҙмәттең абруйлы булыуын төшөнә».
Яуҙаштарын «Боевое братство» ойошмаһының район бүлеге етәксеһе Рузил Низаметдинов, уның урынбаҫары Салауат Хөснийәров, Баймаҡ һәм Сибай бүлектәре етәкселәре Руслан Әмиров менән Руслан Сафиуллин, Афғанстанда хәрби бурысын үтәгән яугир-интернационалистар Илгиз Хәйризаманов менән Айҙар Әхмәтйәнов та тәбрикләне һәм ярыштарҙа уңыштар теләне. Тантананы хәрби хәрәкәттәр ветераны А. Шәйәхмәтовтың тормош юлдашы Илүзә Шәйәхмәтова йәнле итеп алып барҙы, уларҙың ҡыҙҙары Илзидә бейеү менән сығыш яһаны. Кавказ тауҙарында баштарын һалған яуҙаштарын бер минут тынлыҡ менән иҫкә алғандан һуң, спорт ярыштары башланды.
Слет программаһы ете этаптан торҙо. Төньяҡ Кавказдағы локаль бәрелештәрҙә ҡатнашҡан, утты-һыуҙы кискән ветерандар үҙҙәренең һалдат йылдарын иҫкә төшөрөп, төрлө ҡыҙыҡлы һынауҙар аша үтте. Тәүге этап эстафета рәүешендә ойошторолған ҡаршылыҡтар һыҙаты ине. Бында ир-егеттәр командалары бейеклек аша һикереү, шыуышып үтеү, ауырлыҡ күтәреп йүгереү кеүек күнекмәләрҙә ярышты. Байрамға килгән ветерандарҙың хәләл ефеттәре уларҙы дәртләндереп, ҡеүәтләп торҙо, алға әйҙәне. Һөҙөмтәлә, иң шәп һөҙөмтә күрһәтеп, ҡаршылыҡтар һыҙатын 2 минут 6 секундта үткән Сибай ҡалаһы командаһы беренсе урында билдәләнде. Икенсе урында — баймаҡтар, өсөнсөлә әбйәлилдәр булды.
Артабанғы ярыштар шәхси беренселектә уҙғарылды. Армрестлинг өҫтәлендә таһыллы яугирҙәр үҙ көсөн һынаны. Бында Әбйәлил намыҫын яҡлаусы Арман Жусупов иң көслөһө булып сыҡты. Һулаҡай ҡул менән көрәшеүселәр араһында ла әбйәлилдәр алдынғылыҡты бирмәне — Вадим Моратов еңеүсе тип табылды.
Калашников автоматын ваҡытҡа һүтеп-йыйыу ҙа ҡатнашыусылар араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. «Ҡоралды ҡулға күптән тотҡан юҡ», — тиһәләр ҙә, күнегелгән алымдар онотолмаған икән, был ярышта беренселекте Сибай ҡалаһынан килгән Андрей Мәүләтҡолов ҡулдан ысҡындырманы — ул АК-74 автоматын 30,46 секунда һүтеп-йыя алды. Икенсе урында Әбйәлилдән йәш ветеран — Марат Нәжметдинов, өсөнсөлә Сибайҙан Руслан Сафиуллин булды.
Башҡорт уҙамандарының бил ныҡлығын, ҡеүәтен раҫлаған «Ирәндек айыуы» исемле мауыҡтырғыс бәйгеһен Иҙәш Ҡусҡарынан Фәрит Шәрипов ойошторҙо. Егеттәр 90 килограмлыҡ шыма ташты бейеклек аша ташлап ярышты. Бында Йылайырҙан килгән ветеран Азат Иҫәнгилдин иң көслөһө булып сыҡты — ул ташты 1 метр 20 сантиметр аша сойорғота алды. Икенсе урында — Сибайҙан Динар Ишҡолов булһа, өсөнсөлә Әбйәлилдән Салауат Хөснийәров билдәләнде. А. Иҫәнгилдин иң мәргән ир-егет тә булып сыҡты: ул Рөстәм Баһаув ойошторған уҡ атыу ярышында алдынғылыҡты бирмәне.
Радик Рәхмәтуллин үткәргән дартс ярышында ла ҙур теләк менән ҡатнашты хәрби хәрәкәттәр ветерандары. Бында призлы урындарҙы Руслан Ураҡов, Руслан Сафиуллин (Сибай) һәм Рузил Низаметдинов (Әбйәлил) алды.
Иң һуңынан тағы бер команда иҫәбенә ярыш — арҡан тартышыу уҙҙы. Был юлы Азамат Шәйәхмәтов етәкселегендәге Әбйәлил командаһы беренселекте яуланы.
Еңеүселәрҙе тәрбикләү алдынан һәр район вәкиленең концерт номерына ла тамаша ҡылдылар. Сибайҙан Руслан Сафиуллин, Йылайырҙан Азат Иҫәнгилдиндың гитараға ҡушылып йырлауҙары, Әбйәлилдән Радмир Ғилажев менән Илгиз Ялмырҙиндың дуэты, Рузил Низаметдиновтың йыры барыһының да күңеленә хуш килде.
Слет еңеүсеһе исемен дөйөм иҫәптә Сибай ҡалаһы хәрби хәрәкәттәр ветерандар ойошмаһы яуланы, ә эстафета Хәйбуллаға тапшырылды.
Мәртәбәле ярышты юғары кимәлдә ойоштороуға булышлыҡ иткәндәре өсөн Әбйәлил хәрби хәрәкәттәр ветерандары район хакимиәтенә, хәрби комиссариатҡа, Таһир Кусимов исемендәге гимназияға, «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексына, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенә, район мәҙәниәт һарайына, ДОСААФ-тың район бүлегенә, Фәрит Шәрипов, Рөстәм Баһаув һәм Радик Рәхмәтуллинға ҙур рәхмәт белдерә.