Спорт
16 Июля 2021, 05:09

Бокс — ул тормош мәктәбе

Халыҡ-ара бокс көнө уңайынан йәш, әммә өмөтлө тренер, Йәнгел ауылы балаларын бокс серҙәренә өйрәтеүсе Илнур Юлдыбаев менән осраштыҡ.

Бокс — ул тормош мәктәбеБокс — ул тормош мәктәбе
Бокс — ул тормош мәктәбе
Бокс — ул тормош мәктәбе
Бокс — ул тормош мәктәбе

Спорт төрө булараҡ бокс, беҙҙең эраға тиклем үк, антик Олимпия уйындары программаһына индерелгән булған. Ә беҙҙең заманда был спортҡа Англияла башланғыс һалынған. Бөгөн бокс иң популяр спорт төрҙәренең береһе, уға йылдан-йыл күберәк йәштәр ылыға, турнирҙар үткәрелә, профессиональ боксерҙарҙың осрашыуы миллионлаған долларлап табыш килтерә. Рәсәйҙә лә бокс яратыусылар күп булыуы сәбәпле, 22 июнде Бөтә Рәсәй бокс көнө тип билдәләп, был көндө асыҡ күнекмәләр, күрһәтмә сығыштар уҙғарыу йолаға әйләндерелә. Һәм 2017 йылда ошондай күләмле сараларҙың береһен ҡарарға килгән Халыҡ-ара бокс ассоциацияһы президенты Чинг-Куо Ву 22 июль — Халыҡ-ара бокс көнө буласаҡ, тип иғлан итә.
Әбйәлил балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе элек-электән яҡшы бокс түңәрәктәре менән дан тота. Бөгөн Сиҙәмдә, Асҡарҙа, Йәнгелдә, Дәүләттә шөғөлләнгән балалар район-ара ғына түгел, республика кимәлендәге ярыштарҙа һөҙөмтәле сығыш яһап, призлы урындар яулай.
Халыҡ-ара бокс көнө уңайынан йәш, әммә өмөтлө тренер, Йәнгел ауылы балаларын бокс серҙәренә өйрәтеүсе Илнур Юлдыбаев менән осраштыҡ.
Сиҙәм ауылында тыуып-үҫкән, ике ағаһының да бокс менән етди шөғөллә-неүен, атаһы — Рәжәп ағайҙың көн дә иртәнсәк йүгереүен, сәләмәт тормош алып барыуын күргән Илнурҙың бокс түңәрәгенә башланғыс класта уҡығанда уҡ килеүе тәбиғи. «Марс һәм Рамил ағай-ҙарым ошо спорт төрөндә абруй ҡаҙанды, шәп боксер булараҡ дан алды — улар миңә үрнәк булды һәм мин тренер Илшат Ишмырҙин етәкселегендә шөғөлләнә башланым», — ти Илнур. Бирсәткәләр кейеп бер-ике ай шөғөлләнеп өлгөрәме-юҡмы, рингта үҙен ышаныслы тотҡан малайҙы тренер Магнитогорск ҡалаһы спортсылары менән осрашҡан ярышҡа сығара. «Көслө боксерҙар килгәйне, шуға ныҡ тырышһам да еңелергә тура килде, — тип хәтерләй спортсы. — Шулай ҙа был минең дәртемде һүндермәне, киреһенсә, тағы сәмләнеп, уларҙан яҡшыраҡ, оҫтараҡ булырға ынтылып, күнекмәләрҙе дауам иттем». Ныҡыш малай күнекмәгә бөтәһенән дә алда килеп етә, күберәк алымдарҙы өйрәнеү, көсөн, таһыллығын арттырыу өҫтөндә эшләй. Һәм һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәй — Илнур Юлдыбаев Сибайҙа үткән бокс буйынса Урал аръяғы беренселегендә үҙ ауырлыҡ төркөмөндә чемпион тип таныла. Артабан төбәк ярыштарында Илнурға тиң боксерҙар табылмай: ул һәр ваҡыт пьедесталдың беренсе баҫҡысына күтәрелә, бокс буйынса I разрядҡа эйә була.
Урта мәктәптең 8-се класын тамамлағас, бокс йүнәлешендә байтаҡ тәжрибә туплаған үҫмер Сибай интернат-гимназияһына уҡырға инә һәм бында кикбоксинг менән шөғөлләнә башлай. Бынан тыш, еңел атлетика кростарында ла ҡатнаша. Әммә боксты ла ташламай, ялға ҡайтҡанында мотлаҡ Илшат Шәфҡәт улы етәкләгән түңәрәккә килә. Әлбиттә, ярыштарҙан ситтә ҡалмай. 9-сы класта уны И. Ишмырҙин Өфөлә уҙған «Ҡышҡы каникулдар призы» тип аталған бокс буйынса республика турнирына сығара. Үҙ ауырлыҡ төркөмөндә булған 12 дәғүәсе менән алышып, финалға етергә бер аҙым ғына ҡалғас, еңелә Илнур. Әммә ошо турнирҙа яҡшы техникаһы, ныҡышмалылығы менән айырылып торған спортсыға билдәле тренер, бокс буйынса спорт мастеры Рәфит Мостафин иғтибар итә һәм баш ҡалалағы спорт мәктәбенә уҡырға саҡыра. Бындай тәҡдимдән баш тартыуы гонаһ булыр ине һәм Илнур гимназияның 9-сы класын тамамлап, аттестат алғас та, Өфөгә юллана, артабан белем алыуын спорт профилле республика интернатында дауам итә.
«Башҡортостандағы иң көслө спорт мәктәптәренең береһе ул, — тип һөйләй егет. — Бында һәр класта алдынғы спортсылар уҡыны. Мин уҡыған төркөмдә генә көрәшселәр, дзюдоистар, боксерҙар күп ине. Һәр көн иртән торғас та зарядка яһайбыҙ, шунан бер сәғәт күнекмә үткәрелә, иртәнге аштан һуң ҡәҙимге уҡыу программаһы буйынса дәрестәр була, ә төштән һуң инде үҙебеҙҙе тулыһынса бокс алымдарын камиллаштырыуға бағышлайбыҙ. Бынан тыш тренерлыҡ эшенә лә өйрәнәбеҙ, физик культураны уҡытыу, спорт педагогикаһына арналған айырым дәрестәр булды».
Спорт мәктәбендә И. Юлдыбаев республикала билдәле тренер, хәҙер Башҡортостандың Бокс федерацияһын етәкләгән Сәғит Аслаевтың ҡул аҫтында шөғөлләнә. Белем биреү учреждениеһы намыҫын яҡлап бихисап ярыштарҙа сығыш яһай. Иң иҫтә ҡалғандарынан Урал федераль округының асыҡ беренселегендә финалда, спорт мастерына еңелеп, икенсе урын яулауын һәм бокс буйынса спорт мастерлығына кандидат исеме алыуын, Мегион ҡалаһында үткән Волга буйы федераль округы чемпионатында призер булыуын билдәләй. Ә Өфөлә уҙғарылған республика, бөтә Рәсәй турнирҙарында рингта «Илнур Юлдыбаев — чемпион!» тигән һүҙҙәр йыш яңғырай.
«Республика спорт мәктәбе мине һәр яҡлап нығытты, рухи яҡтан үҫтерҙе, ошондағы класташтарым менән әле лә айырылмаҫ дуҫтарбыҙ, тренерҙарым менән дә аралашыуҙы туҡтатмайбыҙ», — тип, спортсы йәшлек миҙгеле тураһында иң йылы хәтирәләр һаҡлай.
Урта белем алғас, яҡташыбыҙ көслө бокс мәктәбе менән дан тотҡан Башҡорт дәүләт университетын һайлай — тарих факультеты студенты булып китә. Вуз намыҫын яҡлап төрлө кимәлдәге ярыштарға сыға. Әммә бер йыл уҡығас, ғаилә хәле буйынса ситтән тороп уҡыуға күсә һәм Магнитогорск ҡалаһына йәшәргә ҡайта. Бер аҙ тыуған Сиҙәм мәктәбендә тренер булып эшләп ала. Боксты ташламай, Магнитогорскиҙа шөғөлләнә һәм турнирҙарҙа ҡатнаша. Ҡала, Силәбе өлкәһе беренселегендә, Башҡортостан чемпионатында призлы урындарҙа билдәләнә. Дөйөм алғанда үҙ ғүмерендә 120 алыш үткәрә һәм уларҙың бер нисәүһендә генә еңелә Илнур. Тәжрибәле боксерҙы мәртәбәле турнирҙарға рефери сифатында ла йыш йәлеп итәләр.
Үҙенең төҙөлөш фирмаһын булдырып, байтаҡ ваҡыт ошо тармаҡта эшләгәндән һуң, 2018 йылда тренерлыҡ эшенә тотонорға ниәтләй. «Был мәлгә үҙемдең балаларым бар ине һәм уларҙы тәрбиәләү мине тренер булыуға этәрҙе», — ти кәләше Юлиә менән өс бала үҫтереүсе Илнур. Бәхеткә, таныштары оҫта спортсыға Йәнгел мәктәбенә эшкә барып ҡарарға тәҡдим итә, сөнки ауылда малайҙарын тап бокс секцияһына йөрөтөргә теләүселәр күп була. Шулай итеп, Илнур Рәжәп улы Йәнгелдә күнекмәләр уҙғара башлай. Тәүге көндән үк секцияға 40-ҡа яҡын бала яҙыла. Ә бит ул мәлдә мәктәптә ринг та булмай, балалар менән залда, асыҡ һауала шөғөлләнәләр. Шулай ҙа тренерҙың тырышлығы, үҙ эшенә яуаплы ҡарауы, балаларға ҡарата ихлас булыуы үҙенекен итә, тиҙҙән ярыштарҙа ла көс һынаша. Баймаҡта үткән бокс буйынса беренселеккә 10 кешенән торған команда алып барһа, шуларҙың яртыһы үҙ ауырлыҡ төркөмдәрендә призлы урындар менән ҡайта. Асҡарҙан Шәйәхмәтовтар ғаиләһе хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған ҡустылары, Йәнгел егете Рөстәм Шәйәхмәтов иҫтәлегенә турнир ойоштороу тәҡдиме менән килгәс, был сараны юғары кимәлдә үткәреүгә ҙур тырышлыҡ һала Илнур Рәжәп улы. Һәм беренсе турнирҙа уҡ 100-гә яҡын спортсы ҡатнашып, Йәнгелдә һәләтле боксерҙар үҫеүен дәлилләй.
Быйыл яҙ тренер балалар менән Хәйбулла районы, Аҡъяр ауылында спорт мастеры Урал Казбеков иҫтәлегенә үткән бокс буйынса төбәк беренселегендә сығыш яһай. Ярышҡа барған алты спортсының дүртәүһе призер була, ә команда беренселегендә әбйәлилдәр икенсе урын яулап ҡайта. «Күнекмәләрҙе ҡалдырмай ихлас йөрөгән балалар күп, уларҙан шәп спортсылар сығасаҡ», — тип педагог Айнур Ғилманов, Марат Ғәлин, Ислам Шахниязов, Илдар Камалов, Тимур Ғәлин һәм башҡаларға ҙур өмөттәр бағлай. Малайҙар спортҡа ылыҡһын тип ата-әсәләр ҙә тырышып тора, бирсәткә, башҡа кәрәкле экипировка алыуҙа ҙур ярҙам күрһәтә. Шулай уҡ быйыл Урал аръяғы йәмәғәт инициативалары союзы бокс грушалары, ринг, башҡа кәрәк-яраҡтар бүләк итеүе, ә райондың балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең команда өсөн формалар биреүе тренер өсөн оло ҡыуаныс булды. «Урал аръяғы йәмәғәт инициативалары союзының, ата-әсәләрҙең, ДЮСШ-ның, Йәнгел мәктәбе етәкселегенең, «Меркор» компаниялар төркөмөнөң даими ярҙамын тоябыҙ, был Йәнгелдә генә түгел, районда бокс үҫешәсәк тигән ныҡлы ышаныс бирә», — ти егет.
Әйткәндәй, әңгәмәсем бына инде 10 йыл намаҙҙа икән, быға хәтлем ураҙаны ла ҡалдырмаған, әммә һуңғы йылдарҙа сәләмәтлек хәле буйынса был ғәмәлдән баш тартып торорға тура килгән. Сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ иткән, боксты үҫтереүгә тос өлөш индергән тренер киләсәккә ҙур пландар менән йәшәй.
«Бокс — ысын тормош мәктәбе, сөнки ул һуғышырға ғына түгел, ә тормош ауырлыҡтарына бирешмәҫкә, йығылһаң да, еңелһәң дә, кире аяғыңа баҫып, артабан тағы ла алға ынтылырға, ярышта дәғүәсең менән дөмбәҫләшһәң дә, рингтан төшкәс, мотлаҡ уны хөрмәт итергә, һәр осраҡта ла кеше булып ҡалырға өйрәтә. Әгәр балалар ошо төшөнсәләрҙе аңлап үҫә икән, тимәк беҙҙең эшмәкәрлегебеҙ бушҡа түгел», — ти И. Юлдыбаев.

Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас