Спорт
17 Июля 2021, 03:30

Башҡортостан уҡсылары – иң яҡшылар иҫәбендә

10 – 15 июлдә Краснодар ҡалаһында уҡ атыу буйынса V Рәсәй йәштәр спартакиадаһының финалы үтә. Ярышта илдең 33 төбәгенән 155 спортсы ҡатнаша. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Финал ярыштарында Өфөнән, Салауаттан, Мәләүездән һигеҙ спортсы ҡатнашты.

Классик уҡ атыуҙа Өфөнән Станислав Черемискин, үҙен ҡатнашыусылар араһында иң мәргән уҡсы итеп күрһәтеп, алтын миҙал яуланы. Уның тренеры – Валентин Кошарин.

Станислав Черемискин, Марат Хәмиҙуллин, Ярослав Кальяновтан торған Башҡортостан йәштәр командаһы классик уҡ атыуҙа икенсе урын яуланы, тип хәбәр итә БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте.

V Рәсәй йәштәр спартакиадаһы “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү рәүеше” федераль проекты сиктәрендә үткәрелә.

Фото – БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Башҡортостан уҡсылары – иң яҡшылар иҫәбендә
Башҡортостан уҡсылары – иң яҡшылар иҫәбендә
Автор:
Читайте нас