

Йәй — балаларҙың рәхәтләнеп ял итер, яңы уҡыу йылына көс туплар мәле. Тап шуның өсөн ата-әсәләр улдары һәм ҡыҙҙарының каникул ваҡытын иҫтәлекле итеп үткәреү өсөн тырыша. Тәбиғәткә бергәләп сығыу, һыу инеү, сәйәхәт ҡылыу — бала күңелендә мәңге һаҡланасаҡ матур тәьҫораттар ҡалдырасаҡ.
Тап шуның өсөн дә балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Илшат Бараковтың спорт лагерына барыу тәҡдимен ата-әсәләр ҡушҡуллап хуплай. ДЮСШ-ла бокс һәм кикбоксинг менән шөғөлләнеүсе 14 үҫмерҙән торған төркөм ун көнлөк ялға юллана. Әлбиттә, балалар өсөн нимәлер ойоштороу ҡапыл башҡарыла торған эш түгел. Илшат Шәфҡәт улы был ниәтен апрель айынан уйлап йөрөй, берҙән был бик яуаплы аҙым, икенсенән ял мәлендә төрлө хәлдәр, ҡаршылыҡтар килеп тыуыуы ихтимал. Тренер иң тәүҙә ата-әсәләр менән кәңәшләшә, уларҙың ыңғай яуабын алғас, балаларға бөтә уңайлыҡтары булған ял йорттарын белешә башлай. Ентекле эҙләгәндән һуң Абҙаҡтағы ял йортона туҡтала. Шунан тәрбиәләнеүселәренә спорт лагерына барыу мөм-кинлеге тураһында һөйөнөслө яңылыҡты еткерә. Ата-әсәләр балаларын үҙҙәре алып барып, йәшәйәсәк йорттарын күреп, тыныс күңел менән ҡайтып китә. Иркен, таҙа бүлмәләрҙә икешәр урынлашалар.
— Ун көндө нисек үткәрәсәгебеҙҙе ентекләп уйланым. Минең өсөн тәүмаҡсат — балаларҙы яңы миҙгелгә әҙерләү, күберәк тренировкалар үткәреү ине. Шулай уҡ команда менән ял итеү, тәрбиә мәсьәләһе лә мөһим булды, — тип һөйләй Илшат Шәфҡәт улы. — Йәйге каникулдарын иҫтә ҡалырлыҡ һәм файҙалы үтһен өсөн тырыштым.
Ысынлап та, балалар спорт менән шөғөлләнергә лә, төрлө урындарҙа сәйәхәт ҡылырға ла өлгөргәндәр. Көн дә иртән 3 километр арауыҡҡа йүгергәндәр, төш алдынан һәм кискеһен күнекмәләр эшләгәндәр. И. Бараковтың төркөмдәше, хәҙер коллегаһы — Сибайҙан фитнес-тренер Ләйлә Яуынбаева ла балалар менән шөғөлләнә. Тренировка-лар араһында зоопарк, картинг, аквапарк, боулинг, бассейн, спорт уйындары ҡаласығында рәхәтләнеп ял иткәндәр, ярышҡандар. Нимәһе ҡыҙыҡ, балаларҙың телефондарын тренерҙары йыйып алған. Улар көн һайын кис бер сәғәт эсендә ата-әсәләренә шылтыратып, үҙҙәренең хәлдәрен һөйләгәндәр һәм телефонды кире тапшырғандар.
— Был үҙенә күрә тәрбиә алымы булды, балаларҙы аҙ булһа ла телефон-гаджеттарҙан арындырыу өсөн эшләнде. Интернетһыҙ ҙа ваҡытты ҡыҙыҡлы үткәреп була икәнен аңлаттым. Уларға ла шундай әүҙем ял, телефонһыҙ йәшәү оҡшаны, — ти И. Бараков.
Балаларҙы ашатыу ҙа бик яҡшы ойошторола. Светлана Шакирйәнова менән килешеп, спорт лагерына уны ла алып баралар һәм һис үкенмәйҙәр. Оҫта ҡуллы ашнаҡсы балаларҙы көн һайын тел йоторлоҡ тәмле ризыҡтары менән һыйлай. Саф һауалағы күнекмәләрҙән һуң асыҡҡан ҡыҙҙар-малайҙар аппетит менән ашайҙар.
— Светлана Ғәйнетдин ҡыҙы менән Ләйлә Өлфәт ҡыҙына ун көн дауамында төп таянысым булғанға, шулай уҡ аҡсалата ярҙамдары өсөн ата-әсәләргә рәхмәтлемен, — ти Илшат Шәфҡәт улы. — Иң мөһиме, балалар бындай ялдан бик ҡәнәғәт ҡалды. Беҙ бында үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ғына ҡайнап ятманыҡ. Сит-яҡтарҙан килгән спортсылар менән аралаштыҡ, Магнитогорск ҡалаһының боксерҙары менән дуҫлаштыҡ, күнекмәләрҙе бергә үткәрҙек. Спорт лагерына барырға теләү-селәр күп, киләһе йылдарҙа ҙурыраҡ төркөм йыйырға ниәтләйем.
Үҙенең тәрбиәләнеүселәре йәйге каникулды файҙа менән үткәрһен өсөн ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәгән ДЮСШ тренеры Илшат Бараковҡа «Афарин!» тиергә генә ҡала. Яңы миҙгелдең ярыштарында уларҙың еңеүҙәре тураһында мотлаҡ яҙырбыҙ әле.
Шундай шәп ял ойошторғаны, үҙ эшенә мөкиббән бирелгәне өсөн ата-әсәләр Илшат Бараковҡа оло рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе, балалар үҙҙәренең тәьҫораттары менән бүлеште.
Альбина Муллахмәтова:
— Бокс буйынса тренер Илшат Шәфҡәт улына беҙҙең балаларыбыҙҙың һау-сәләмәт, көслө булып үҫеүҙәренә бөтә көсөн, таһыллығын, оҫталығын һалыуына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Абҙаҡта фәһемле һәм оҫта ойошторолған спорт лагеры балаларға рух һәм ихтыяр көсө, үҙҙәренә ышаныс, яуаплылыҡ өҫтәне. Илшат Шәфҡәт улы һәр бала күңеленә юл таба һәм бик үҙенсәлекле, ҡатмарлы спорт төрө боксҡа — ҡыҙыҡһыныу уята белә, улар һәр тренировканы түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Бөгөнгө көндә ысын күңелдән эшләгән, үҙ һөнәренең оҫтаһы булған, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер торғандар бик һирәк. Беҙҙең улыбыҙ тап шундай профессионалда шөғөлләнеүенә бик шатбыҙ. И. Бараковҡа һаулыҡ, көс һәм дәрт-дарман, сыҙамлылыҡ, юғары үрҙәр теләйбеҙ. Һеҙгә һәм тәрбиәләнеүселәрегеҙгә оло еңеүҙәр яҙһын.
Ирхан Сафиуллин:
— Мин Илшат Шәфҡәт улы ойошторған спорт лагерын түҙемһеҙлек менән көттөм, ниһайәт был көн килеп етте. Ун көнлөк ял һиҙелмәй ҙә, күҙ асып йомғансы үтте. Беҙ бокс буйынса ғына шөғөлләнмәнек, ә төрлө ерҙәргә экскурсияларға йөрөнөк, йырланыҡ, бейенек, уйнаныҡ, телефондарҙы бөтөнләй оноттоҡ. Илшат Шәфҡәт улы беҙҙе көслө, төрлө ситуацияларҙа ла юғалып ҡалмаҫҡа, һәр ваҡыт бөтә нәмәне ваҡытында эшләргә, яуаплы булырға — ысын ир-егет булырға өйрәтә. Тренерыма ҙур рәхмәт!
Арина Борханова:
— Илшат Шәфҡәт улы малайҙар менән генә түгел, ҡыҙҙар менән дә шөғөлләнә. Спорт лагерына ҙур теләк менән барҙым. Рәхәтләнеп ял итеп, оҫта ойошторолған тренировкаларҙа көс йыйып ҡайттым. Шундай тренерҙа шөғөлләнеүемә сикһеҙ шатмын. Абҙаҡта бик оҡшаны!