

Өфөлә йәшәүсе яҡташыбыҙ, Тәпән ауылы уҙаманы Рушан Хәсәнов ошо көндәрҙә Халыҡ-ара турнирҙа Башҡортостан намыҫын яҡланы
«Изге Георгий Победоносец кубогы»на Мәскәү өлкәһе Серпухов ҡалаһында үткәрелгән турнир һыбай сабып барған килеш уҡтан атыусы спортсыларҙы берләштереү, һыбай уҡтан атыу спортын үҫтереү, баһаһын арттырыуҙы маҡсат итә. Был мәртәбәле ярышта Рушан беренсе тапҡыр ҡатнаша: ул республиканан бер үҙе халыҡ-ара Horse archery разрядына эйә уҡсы булараҡ, ойоштороусыларҙан шәхси саҡырыу алды. Былтыр ошо уҡ ҡалала үткән Бөтә Рәсәй уҡсылар турнирында ҡатнашып, S разрядлылар араһында беренсе урын яулағайны.
Уҡтан атыу — Рушан Фуат улының төп шөғөлө түгел. Ул — Башҡортостан таможняһы хеҙмәткәре, бынан тыш, оҙаҡ йылдар ҡул һуғышы, кикбоксингты үҙ иткән спортсы булараҡ, баш ҡала вуздарында ошо спорт төрҙәре буйынса күнекмәләр ҙә алып бара. Уның тәрбиәләнеүселәре республика турнирҙарында уңышлы сығыш яһай. Ә уҡтан атыу менән мауығыуына һәм «Мәргән уҡсы» республика хәрәкәтенә ҡушылы-уына биш йылға яҡын. Ошо арауыҡта яҡташыбыҙ иң абруйлы ярыштарҙа сығыш яһау хоҡуғына эйә булды: Ҡырғыҙстанда үткән Халыҡ-ара күсмә халыҡтар уйындарында ике йыл рәттән Башҡортостан исемен яҡланы, Ҡаҙағстанда Оло дала Рухы фестивалендә һыбайҙан бишенсе урын яуланы, Төркиәлә Башҡортостан командаһы составында «Фәтих кубогы» VI халыҡ-ара турнирында ҡатнашты, ә Башҡортостанда ойошторолған уҡсылар турнирҙарында Рушан тотороҡло рәүештә призлы урындарҙа килә. «Мәргән уҡсы» ҡуйған талаптарға ярашлы, был сараларҙа уҡсылар боронғо башҡорт кейемендә сығыш яһарға тейеш. Шуға күрә, Рушан Фуат улы милли кейем тегеү серҙәрен дә үҙләштерә. Ул башҡорт ир-егеттәре кейгән елән, күлмәк, салбар, ҡолаҡсын, күн итек һәм башҡа кейемдәрҙе тегеп кенә ҡалмай, ян, уҡ-һаҙаҡ, йүгән-эйәрҙе лә үҙе эшләй.
Башта йәйәү уҡ атыуҙан башлаһа, тора-бара Р. Хәсәнов һыбай уҡсылар рәтенә баҫа. Ни тиһәң дә, бәләкәйҙән ат өҫтөндә үҫеүе, район һабантуйҙары бәйгеләрендә алдынғылыҡты бирмәүе, ат яратҡан күңеле үҙенекен итәлер. Хатта оҫталығын камиллаштырыу маҡсатында, ат һатып алып, баш ҡалала йәшәгән килеш, йылҡы үрсетеү менән булышырға ваҡыт таба.
Серпухов ҡалаһына юлланырҙан бер ай алда Рушан Фуат улы Ҡалмыҡ Республикаһының Элиста ҡалаһында һыбай уҡсылар араһында ойошторолған Бөтә Рәсәй турнирында ҡатнашырға өлгөрҙө. Бында ла ул Башҡортостандан бер үҙе барҙы һәм Рәсәй төбәктәренән килгән 30-ға яҡын спортсы араһында республика намыҫын лайыҡлы яҡлап, иң етеҙ уҡсылар араһында билдәләнде.
«Ҡалмыҡстанға барам тип алдан уҡ ниәт иткәйнем, шуға «әйткән һүҙ — атҡан уҡ» тип сыҡтым да киттем. Азия халыҡтары менән беҙҙең туғанлыҡ көслө, мине Алексей исемле ҡалмыҡ егете ҡаршы алып, үҙендә йәшәргә саҡырҙы. Бик ихлас, алсаҡ егеттәр: «Давай, будь как дома» тип үҙ туғанындай күреп торалар, үҙе йомош менән сығып китә, ишеген дә, ҡапҡаларын да бикләмәй. Дуҫтары күп, эсмәйҙәр, тартмайҙар. Миңә ярышта ҡатнашыу өсөн үҙенең сабыш атын бирҙе Алексей, — тип һөйләй Рушан Ҡалмыҡстанда булған осорҙо. — Иртәгәһенә бөтә ҡатнашыусыларҙың парадынан һуң, тәүге ярыш башланды. Һыбай уҡсылар бөтәһе өс маршрутта ярыштыҡ. Улар шундай төрҙәргә бүленә. Венгр маршрутында үҙемде һынап ҡарағаным бар ине, ә бына төрөк (ҡабаҡ) маршруты минең өсөн яңылыҡ булды — унда сәптәр кәүҙә бейеклегендә түгел, ә юғарыла эленеп тора һәм сабып барған килеш, өҫкә ҡарап, уҡты һауаға сойорғоторға кәрәк. Минең аттың тиҙлеге хәтәр шәп ине, ҡушаматы ла Пуля (ҡалмыҡса — Сумн) бит. Шул шәп атты һайлаған өсөнмө, әллә атыуҙы күрепме, сәптәргә әллә ни тейгеҙә алмаһам да, ҡатнашыусылар ныҡ ихтирам итә башланылар (көлә). Мәскәүҙән килгән тәжрибәле уҡсылар: «Вот молодец! Вот так и надо стрелять — это же боевое искусство, а то пока медленно едут, самого застрелят», — тип хуплап торҙолар, борон яуҙарҙа сабып барған уҡсыларҙың дошманға уҡ яуҙырыуын күҙ уңында тотоп. «Корейский» тип йөрөтөлгән маршрутта үҙ рекордымды яңырта алдым, шулай ҙа өсөнсө урын алған егеттән бер нисә мәрәйгә ҡалыштым. Төрөк маршрутында норматив 10 секунд ине, әммә минекенән башҡа аттар яй сапҡас, 14 секунд итеп үҙгәрттеләр. Әйтергә кәрәк, ҡалмыҡтарҙа һыбай уҡтан атыу ныҡ үҫешкән, улар был тәңгәлдә етди эш алып бара, спортсыларға иғтибар ҙур, йолаларҙы һаҡлауға ҙур иғтибар бирелә. Бындай турнирҙар төрлө халыҡтарҙың йола, ғөрөф-ғәҙәттәре менән танышыу йәһәтенән дә ҡыҙыҡлы. Ҡырғыҙстанда булып, уларҙың көнитмешенә һоҡланып ҡайтһаҡ, ҡалмыҡтар үҙҙәренә бер башҡа, мәҫәлән, еңеүсе һыбайлылар пьедесталдан бүләктәрен алып төшкәс, бейеп китә…»
Шулай итеп, июль аҙағында Рушан Хәсәнов Мәскәү өлкәһендә уҙасаҡ халыҡ-ара турнирға саҡырыу ала. Әлбиттә, пандемия шарттарында бындай кимәлдәге ярыштарҙы үткәреүе мәшәҡәтлерәк, шуға сит илдәр вәкилдәре күпләп килә алмай — йылдағыса венгрҙар, ҡаҙаҡтар ҡатнашырға теләк белдерә, ҡалғандары Рәсәй төбәктәренән килгән көслө уҡсылар, шул иҫәптән казактар була. Рушан Фуат улы, яҙып үтеүемсә, Башҡортостандан бер үҙе барып, республика исемен яҡлай. Ҡалмыҡ Республикаһында иң етеҙ атта сабып ярышҡан башҡорт егетенең даны таралып та өлгөрә һәм Мәскәүҙә уға бейек кенә, шәп сабыусы атты әҙерләп тә ҡуялар. Әйткәндәй, бындай ярыштарҙа аттар бушлай бирелмәй, ҡатнашыу һәм атты ҡуртымға алыу өсөн байтаҡ иғәнә түләргә кәрәк. Ә Башҡортостан уҡсылары әлегә Спорт министрлығы ҡарамағында түгел, шуға күрә юл сығымдары, иғәнә — барыһын да үҙ кеҫәңдән ҡапларға тура килә. Рушандың ошондай мөмкинлек табып, үҙ иҫәбенә юғары кимәлдәге турнирға барыуы — үҙе үк оло мәртәбә.
«Пегас» ат-спорты комплексында ярыш өс көн дауам итә, һыбайлылар шулай уҡ өс маршрутта сығыш яһай. Венгр, корея һәм һунар маршруттары буйынса дөйөм иҫәптә Рушан Фуат улы, Венгрия һәм Ҡаҙағстан һыбайлыларын күпкә артҡа ҡалдырып, иң яҡшы ун уҡсы иҫәбенә эләгә һәм юғарыраҡ халыҡ-ара разряд алыуға өлгәшә. Афарин!
Быйыл «Мәргән уҡсы» ойошмаһы РФ Президенты грантына эйә булды. Һәм Рушан Хәсәнов ошо хәрәкәтте ойоштороусыларҙың береһе булараҡ, Юлай Ғәлиуллин менән берлектә, грант сараларын тормошҡа ашырыу маҡсатында, райондарҙа уҡтан атыу буйынса күсмә семинарҙар уҙғара башланы. Күнекмә һәм теоретик дәрестәрҙе берләштергән бындай ҡыҙыҡлы осрашыуҙар әлегә Баймаҡ, Учалы райондарында үтте. Август айында уҡсылар семинары Әбйәлилдә лә ойоштороласаҡ тип көтөлә.