Спорт
13 Августа 2021, 05:30

Спорт — минең тормошом

— Спорт — минең өсөн йәшәү рәүеше. Һәм йәш быуында сәләмәт, айыҡ тормошҡа ынтылыш тәрбиәләй алыуым, улар менән белемемде, тәжрибәмде уртаҡлашыуым өсөн ҡыуанам, — ти Таһир Әлибаев.

Спорт — минең тормошомСпорт — минең тормошом
Спорт — минең тормошом

Хәлил ауылынан Таһир Әлибаев мәктәптә уҡыған сағында киләсәктә кем булырын аныҡ белә. Бәләкәйҙән спорт тип йән атҡан, еңел атлетика, волейбол, баскетбол буйынса ярыштарҙа үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәткән егет 9-сы класты тамамлау менән тура Күмертау педагогия училищеһына документтар тапшыра. Уҡып бөткәс, егет хәрби бурысын ҡыҙыу нөктәлә — Төньяҡ Кавказда үтәй. Имен-аман тыуған яғына ҡайтҡан йәш белгесте йүнәлтмә буйынса Северный урта мәктәбенә эшкә ебәрәләр. Бер аҙҙан Ишбулды мәктәбенә күсә, унда тиҫтә йыл физкультура уҡытыусыһы була. 2008 йылда үҙе белем алған Хәлил урта мәктәбенә саҡыралар.
Таһир Зөлфәр улының төп эш урыны — балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе. 1996 йылдан алып ул бында тренер-уҡытыусы. 25 йыл дауамында тәжрибәле һәм талапсан тренер бөтә талантын, оҫталығын йәш быуынға бирә. Ә уңыштар көттөрмәй, тәрбиәләнеүселәре яңынан-яңы еңеүҙәре менән шатландырып тора.
— Эш өсөн янған, алдына ҡуйған маҡсатына өлгәшмәй ҡалмаған тренерҙан уңдыҡ. Таһир Зөлфәр улы оҙаҡ йылдар дауамында районда баскетболды үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Уҡыусылары еңеүҙәре менән Әбйәлил данын арттыра, — ти балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Ласын Усманов.
Таһир Әлибаев Хәлил мәктәбендә дүрт команда менән шөғөлләнә. Бәләкәй һәм өлкән төркөмдәрҙә ҡыҙҙар һәм малайҙар командаларында бөтәһе 40 бала. Ун йыл дауамында ҡыҙҙар командаһы районда баскетбол буйынса ярыштарҙың алыштырғыһыҙ чемпионы булып ҡала. Төбәк-ара турнирҙарҙа гел беренсе йәки икенсе урын алған командалар республика кимәлендә уңышлы сығыш яһай. «КЭС-БАСКЕТ» мәктәп лигаһы чемпионатының бер нисә йыл рәттән чемпиондары.
— Баскетбол — ул команда уйыны, әгәр бөтә уйынсылар ҙа командаһы өсөн янмай, уларҙа берҙәмлек, еңеүгә ынтылыш, ярыш ҡомары юҡ икән, һөҙөмтә лә булмай, — ти тренер.
Тап шуның өсөн оҙайлы күнекмәләрҙән һуң бергәләп ял ойоштора Таһир Зөлфәр улы. Магнитогорск ҡалаһына аквапаркка, кинотеатрға, район үҙәгенә бассейнға йөрөү балаларға бик оҡшай. Каникул мәлендә Шүлгәнташ мәмерйәһенә, Ғәҙелша шарлауығына, Яҡтыгүлгә, Талҡаҫҡа барғандар.
Ә спортсылар нисек уҡый һуң тиерһегеҙ? Бында талап ҡаты: кем өлгәшмәй, шул ярыштарға бармай. Тренер һәр уҡыусыны контролдә тота, класс етәкселәре, ата-әсәләр менән даими бәйләнештә.
Таһир Зөлфәр улы ғүмер юлдашы, Хәлил урта мәктәбе директорының уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары Эльза Илдар ҡыҙы менән ике ул үҫтергәндәр. Өлкән улдары Вадим Эске эштәр министрлығы мәктәбе студенты, ә Вилдан Өфө дәүләт авиация-техник университетында уҡый. Икеһе лә спорт менән дуҫ, вуздың баскетбол командаларында уйнайҙар.
— Спорт — минең өсөн йәшәү рәүеше. Һәм йәш быуында сәләмәт, айыҡ тормошҡа ынтылыш тәрбиәләй алыуым, улар менән белемемде, тәжрибәмде уртаҡлашыуым өсөн ҡыуанам, — ти Таһир Әлибаев.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас