Спорт
21 Августа 2021, 05:15

Әбйәлил командаһы — еңеүсе!

«Сикләүһеҙ туризм» республика фестивалендә беҙҙең райондың инвалидтар йәмғиәте ағзалары лайыҡлы ҡатнашып, еңеүсе исемен яуланы.

Әбйәлил командаһы — еңеүсе!Әбйәлил командаһы — еңеүсе!
Әбйәлил командаһы — еңеүсе!

«Сикләүһеҙ туризм» республика фестивалендә беҙҙең райондың инвалидтар йәмғиәте ағзалары лайыҡлы ҡатнашып, еңеүсе исемен яуланы.

Салауат районында, йәмле Йүрүҙән буйында уҙған фестивалгә республиканың төрлө тарафтарынан 23 команда, шулай уҡ Силәбе һәм Свердлов өлкәһенән ҡатнашыусылар йыйыла.
— Беҙҙең командала билдәле спортсыларыбыҙ Флорид Кәримов (Дәүләтша), Зөлфиә Мөхитдинова (Таштимер), Зөлфир Зәйнуллин (Рысҡужа) һәм өмөтлө йәштәребеҙ — Зилиә менән Илнур Сафиуллиндар (Сиҙәм ауылы), Йәмил Амырҙин (Тупаҡ) булды. Резерв өсөн Илһам Дауытов (Әүмеш), Гөлнур Ялалова (Һәйетҡол) барҙы, — тине район инвалидтар йәмғиәте рәйесе Нәсимә Әҡсәнова. — Республиканың икенсе сигендә булғас, төнөн юлға сыҡтыҡ. Һигеҙ сәғәттән ашыу барып, килеп төшөү менән туҡталыш урынын эшләргә тотондоҡ.
РФ Президенты гранты аҡсаларына алынған бер иш палаткалар, өҫтәл-ултырғыстар, йәмғиәт эшен сағылдырған баннерҙар, фестивалгә махсус тектерелгән байраҡтар әбйәлилдәрҙең туҡталҡаһын зауыҡлы һәм сағыу итә. Арып-талыуҙарына ҡарамаҫтан, тренер Рәмил Иҫәнбаев командаға ярыштар алдынан тағы бер күнекмә үткәрергә лә өлгөрә.
Иртәгәһенә, «Сикләүһеҙ туризм» фестивален асыу тантанаһы уҙа. Республика инвалидтар йәмғиәте рәйесе Олег Ротов ҡатнашыусыларға уңыштар, ярыш ҡомары теләй. Старт алдынан бәйгенең күрһәтмә күнекмәләрен яһау Рәмил Рәшит улы етәкләгән беҙҙең командаға ышанып тапшырылыуы оло мәртәбә була. Командалар йәрәбә тартҡандан һуң, әбйәлилдәр 17-се урында сығыш яһай.
Спортсылар фестивалдең тәүге көнөндә һыу туризмында көс һынаша, катамарандарҙа уҙыша һәм беҙҙең команда ағзалары беренсе урын яулап, еңеү килтерә. Дүрт көн эсендә улар фестивалдең булған призлы урындарын яулай. Йәйәүлеләр туризмында — беренсе урын, йүнәлеш билдәләүҙә һәм коляскалы велотуризмда өсөнсө, туҡталыш урынын биҙәүҙә һәм «Зауыҡлы ял» конкурсында беренсе урындарға лайыҡ булалар.
— Спортсыларыбыҙ таһыллыҡ һәм сослоҡ күрһәткән мәлдә беҙ ҙә конкурсҡа әҙерләндек. Таштимер һәм Хәмит биләмәләре ойошмалары етәкселәре Рәйсә Ғәбитова һәм Ғәҙилә Баһауетдинова менән ижади бәйгегә бик яуаплы ҡарап, алдан әҙерләнеп барғайныҡ. Буранғол биләмәһендәге ойошма рәйесе Рәсилә Вәлиева милли аш-һыу биреп ебәрҙе, — ти Нәсимә Вәйес ҡыҙы. — Беҙ абруйлы жюри ағзаларын бик матур ҡаршы алдыҡ, Г. Ялалова менән И. Сафиуллин бейене, ҡунаҡтарға үҙебеҙҙең һыйҙы тәҡдим иттек. Бындай ҡунаҡсыллыҡты көтмәгәндәр, ахыры, телевидение саҡыртып, улар беҙҙе төшөрөп тә алды.
Күмәк көс һалынған өҫтәл ысынлап та, шәп килеп сыға. Р. Ғәбитова бешергән тел йоторлоҡ тәмле бишбармаҡтан ауыҙ итергә теләүселәр күп була. Мәскәүҙән килгән фестиваль ҡунаҡтары тултырманы бигерәк оҡшата, бындай тәмле ризыҡты ашаған юҡ тип, хатта күстәнәскә һорап алалар. Ҡаҙанда бешеп торған эҫе йыуасаны сират тороп тәмләйҙәр. Ғ. Баһауетдинова сәй өҫтәле янына саҡырып, хуш еҫле үлән сәйҙәре менән һыйлай, уларҙың шифалы көсө тураһында һөйләй.
— Фестивалдең һуңғы көнөндә бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Сәхнәгә ҡабат-ҡабат күтәрелгәс, башҡа райондар төшмәгеҙ, барыбер бөтә кубоктар һәм миҙалдар һеҙҙеке тиеште. Командабыҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙек. Ә иң ҡыуаныслыһы, республика фестиваленең еңеүсеһе — Әбйәлил инвалидтар ойошмаһы тигәнде ишетеү булды, — ти Н. Әҡсәнова. — Ярыштарға команданы ныҡлы әҙерләгәне өсөн тренер Р. Иҫәнбаевҡа, үҙ машинаһында алыҫ юлға сыҡҡан З. Зәйнуллинға, Газель водителе Т. Әминевҡа рәхмәтлемен. Командалағы һәр кем үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәтте, дөйөм еңеү өсөн ҙур өлөш индерҙе. Һәр кемгә рәхмәтемде еткерәм, беҙ ҡатнашыу өсөн генә түгел, еңеү өсөн барҙыҡ һәм Әбйәлил данын намыҫлы яҡланыҡ.

 

Әбйәлил командаһы — еңеүсе!
Әбйәлил командаһы — еңеүсе!
Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас