Спорт
27 Августа 2021, 09:50

Иң шәп батырға — башҡорт аты!

Иртәгә, 28 августа Өфө амфитеатрында «Батырфест» турниры үтә.

Сәләмәтлелек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына арналған был ярышта ҡатнашыусылар мас-рестлинг, уҡ атыу, суҡмар ташлау, биш ташты күтәреп йөрөтөү кеүек ҡатмарлы дисциплиналарҙа үҙен һынаясаҡ. Сығыш яһаусыларҙы профессиональ спортсылар баһалай. Тағы бер ҡыҙыҡлы конкурс Ҡымыҙ RUN тип атала. Унда егеттәр 1609 метрлыҡ арауыҡты йүгереп үтергә һәм дистанция буйына 1 литр ҡымыҙ эсеп бөтөргә тейеш була. Турнир еңеүсеһенә бүләккә башҡорт аты вәғәҙәләй ойоштороусылар. Башҡа ҡатнашыусылар ҙа бүләкһеҙ ҡалмаясаҡ.

Сараны «Бәйләнештә» селтәрендә онлайн ҡарарға ла мөмкин. Башлана 10 сәғәттә.

Иң шәп батырға — башҡорт аты!
Иң шәп батырға — башҡорт аты!
Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас