

«Уңыш» стадионында һыбай уҡ атыу буйынса күсмә семинар уҙҙы. Уны «Мәргән уҡсы» клубына нигеҙ һалыусы, республикала боронғо спорт төрөн үҫтереүгә күп көс һалыусы Юлай Ғәлиуллин ойошторҙо. Сарала район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Руслан Хәлилов, социаль үҫеш бүлеге начальнигы Вадим Ғафаров ҡатнашты.
— Бындай семинарҙар алты урында — Баймаҡ, Учалы, Салауат, Әбйәлилдә, Ҡырмыҫҡалыла һәм Өфөлә үтә. Беҙҙең клуб быйыл РФ Президенты грантына лайыҡ булды. Уны тормошҡа ашырыу өсөн тап ошо райондарға икешәр ян, 20 уҡ, алтышар ҡалҡан һәм сәп, икешәр йүгән тапшырыласаҡ. Был төбәктәрҙә һыбай уҡ атыу түңәрәктәрен асыу маҡсатында эшләнә, — тине Юлай Рәфҡәт улы. — Секцияларҙы кәрәк-яраҡ менән тулыһынса тәьмин итеп, һәр районда балаларҙы өйрәткәндәй куратор билдәләйәсәкбеҙ.
Проекттың авторы үҙе, инструкторҙар Рушан Хәсәнов, Нуриман Хәйруллин һәм ассистент Тамерлан Ғәлиуллин семинарҙа ҡатнашыусыларға һыбай уҡ атыу нескәлектәре хаҡында һөйләне. Улар кеүек оҫта уҡ атырға теләүселәр араһында ир-егеттәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар ине. Улдарын һәм ҡыҙҙарын алып килгән атайҙар ҙа булды.
Уҡтан атырға өйрәнергә иң тәүҙә теләк кәрәк, мәргәнлек, таһыллыҡ та шунда уҡ булмай. Һыбай йөрөй белеү, эйәрҙә ныҡ ултырыу мөһим. Сөнки ат өҫтөндә көйө тоҫҡап, уҡ атыу, сәпкә тейеү еңелдән түгел, оҫталыҡ, тәжрибә талап ителә.
— Һыбай уҡ атыу, ярыштарҙа ҡатнашыу башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлауға булышлыҡ итәсәк. «Мәргән уҡсы» кеүек бәйгеләр күберәк булһа, унда ҡатнашырға, көстәрен һынап ҡарарға теләүселәр артасаҡ. Беҙҙең ҡаныбыҙҙа һаҡланған ҡомар, сәм уянасаҡ, — ти Юлай Ғәлиуллин. — Мәҙәниәтебеҙгә, бай мираҫыбыҙға тоғролоҡ, тарихты өйрәнеү, башҡорт батырҙарын белеү йәһәтенән һәр районда шул ерлектәге батыр исемендәге турнирҙар ойошторорға мөмкин. Мәҫәлән, Әбйәлилдә Бейеш батыр, Байым тархан һәм башҡалар. Юғиһә, йәштәр, балалар араһында уларҙың кемлеген белгәндәр һирәк. Тимәк, һыбай уҡ атыу ул милли спорт төрө генә түгел, тәрбиә сараһы ла.
Халыҡ-ара ярыштарҙа гел призлы урындар яулаған мәргәндәрҙән күнекмә һәм теоретик дәрестәр алғандан һуң, һәр кем һыбай сабып барған ерҙән сәпкә атып ҡараны. Ысынлап та, бик ҡыҙыҡлы, рухлы осрашыу булды. Уҡ атырға өйрәтеүгә кәрәк-яраҡты «Юрға» ат-спорт мәктәбенә тапшырып, беҙҙең районда мәргән уҡсылар үҫер тигән ныҡлы ышаныс менән ҡайтты проектты ойоштороусылар.