Спорт
27 Августа 2021, 06:25

Тағы бер тренерға — сертификат

Ошо көндәрҙә республиканан дүрт тренер Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан 600-шәр мең һумлыҡ сертификат алып ҡыуанды. Бүләкләнеүселәр араһында район балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең тренер-уҡытыусыһы Илгиз Әбделғазин да булыуы ғорурлыҡ.

Тағы бер тренерға — сертификатТағы бер тренерға — сертификат
Тағы бер тренерға — сертификат

Республикала спортҡа иғтибар артҡандан-арта. Уҙған йылда беҙҙең райондан өс педагог «Ауыл тренеры» программаһы буйынса сертификатҡа лайыҡ булғайны. Ошо көндәрҙә республиканан дүрт тренер Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан 600-шәр мең һумлыҡ сертификат алып ҡыуанды. Бүләкләнеүселәр араһында район балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең тренер-уҡытыусыһы Илгиз Әбделғазин да булыуы ғорурлыҡ.
Илгиз Әбделмәмбәт ауылында тыуып-үҫкән. Атаһы, ДЮСШ-ның милли көрәш буйынса тренеры, Рәсәй, Башҡортостан чемпиондары тәрбиәләгән Рәйес Хажмөхәмәт улы бәләкәйҙән спортҡа һөйөү тәрбиәләй. 11-се класты тамамлағас, Илгиз Стәрлетамаҡ ҡалаһының физик культура институтына уҡырға инә. Диплом алғас, ил алдындағы хәрби бурысын үтәргә китә. Хеҙмәт юлын 2015 йылда балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә милли көрәш буйынса тренер булып башлай. Йәштәр йортонда милли көрәш һәм билбау көрәше буйынса күнекмәләр үткәрә. Үҙенең тәжрибәһе, оҫталығы менән уртаҡлашҡан тренерҙы тәрбиәләнеүселәре оло еңеүҙәре менән ҡыуандыра. Ильяс Ғиниәтов, Айгиз Хәлилов һәм Нияз Көмөшбаев көрәш буйынса республика ярыштары призерҙары. Билбау көрәше буйынса Диана Ирғәлина Пермь ҡалаһында уҙған Бөтә Рәсәй ярыштарында икенсе урын яулаған. Уҙған йылда Фәнүр Истамбаев көрәш буйынса Башҡортостан чемпионы, Рәсәй чемпионатында көмөш миҙалға лайыҡ булған. Зөлфәр Солтанов менән Фәнүр Истамбаев — грек-рим көрәше буйынса республика призерҙары.
— Районда көрәште үҫтереүгә ҙур иғтибар биргән, ярыштарға йөрөргә ярҙам иткән балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Ласын Усмановҡа рәхмәт белдергем килә, — ти Илгиз Рәйес улы. — Үткән йылда «Мәктәптәргә — спорт көрәше» республика программаһы буйынса өр-яңы спорт залы эшләнде, көрәш келәмдәре, манекендар алынды.
Яңы уҡыу йылын Илгиз Рәйес улы ҙур өмөттәр менән, дәртләнеп ҡаршылай.
— Хеҙмәтемде юғары баһалап, сертификат тапшырыуҙары миңә ҡанат ҡуйҙы. Киләсәктә тағы ла ныҡышмалыраҡ эшләргә, чемпиондар үҫтерергә тигән маҡсатҡа таянам, — ти Илгиз Әбделғазин. — Спортҡа һөйөү уятҡан, үҙҙәренең өлгөһөндә тәрбиә биргән ата-әсәйемә рәхмәт. Атайымдың юлын һайлағанға үкенмәйем. Тырышһаң, көс түкһәң уңыш та, еңеү ҙә көттөрмәй. Балаларымда ла спортҡа ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләйем.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас