Спорт
8 Сентября 2021, 05:20

«Салауат Юлаев» «Металлург»ты үҙ боҙонда ҡыйратты

Башҡортостандың хоккей командаһы — «Салауат Юлаев» кисә Континенталь хоккей лигаһы сиктәрендә Магнитогорск хоккейсылары менән осрашты.

Яңы миҙгелдең өсөнсө матчы юлаевсылар иҫәбенә 7:2 менән тамамланды.

Тәүге периодта «Салауат Юлаев» уйынсылары дәғүәселәренең ҡапҡаһына өс шайба ырғытып өлгөрҙө. Был уңышҡа Николай Кулемин, Алексей Пустозеров һәм Артем Пименов өлгәште.

Тәнәфестән һуң  20 йәшлек Данил Башкиров иҫәпте 4:0 итте. Әммә бер аҙҙан боҙ хужалары өс минут эсендә беҙҙең ҡапҡаға ике шайба индерҙе. Һәм ошоноң менән Магнитогорск хоккейсыларының әүҙемлеге туҡтаны, артабан беҙҙекеләр үҙҙәрен бик иркен тотто. Тему Хартикайнен үҙенең 396-сы шайбаһын индереп, финдар араһында КХЛ-да иң яҡшы бомбардир икәнлеген раҫланы. Һуңғараҡ Маркус Гранлунд һәм Александр Кадейкин тағы металлургтар ҡапҡаһын яуланы.

«Салауат Юлаев» «Металлург»ты үҙ боҙонда ҡыйратты
«Салауат Юлаев» «Металлург»ты үҙ боҙонда ҡыйратты
Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас