Спорт
5 Октября 2021, 16:25

Әбйәлил сатрашсылары алдынғылар иҫәбендә

Беҙҙең район командаһы Урал аръяғының шахмат буйынса кубогының беренсе этабында ҡатнашып, еңеү менән ҡайтты.

Әбйәлил сатрашсылары алдынғылар иҫәбендәӘбйәлил сатрашсылары алдынғылар иҫәбендә
Әбйәлил сатрашсылары алдынғылар иҫәбендә

Беҙҙең район командаһы Урал аръяғының шахмат буйынса кубогының беренсе этабында ҡатнашып, еңеү менән ҡайтты. Ярыш Хәйбулла районында уҙҙы. Урал аръяғы райондарынан йыйылған йәш шахматсылар араһында беҙҙең район данын Яхъя Ҡаҙаҡбаев етәкселегендәге 1-се Асҡар урта мәктәбе уҡыусыларынан торған команда яҡланы. Ярышта етмештән ашыу ҡыҙ һәм егет дүрт йәш төркөмөндә көс һынашты.    -Төбәк ярышына команда ныҡлы әҙерлек менән барҙы. Уҡыусылар менән етди шөғөлләндек, даими рәүештә шахмат буйынса район ярыштары уҙғарылды.Уйындарҙа еңгән иң зирәктәр һәм отҡорҙар төбәк бәйгеһендә ҡатнашыу хоҡуғы алды, - тине Яхъя Ғилметдин улы. – Беҙҙә Байым, Красная Башкирия һәм башҡа мәктәптәрҙә көслө шахматсылар бар, ләкин уларҙың райондан ситтә ярыштарға йөрөргә мөмкинлеге юҡ. Шул арҡала үҙҙәрен күрһәтә алмауҙары бик үкенесле.  Әбйәлилдәр Урал аръяғы кубогының беренсе этабында лайыҡлы сығыш яһай.Илдар Әмиров үҙенең йәш төркөмөндә шәп уйын күрһәтеп, 2007-2009 йылғы егеттәр араһында еңеү яулай. 2014 йылғылар һәм унан бәләкәйерәктәр төркөмөндә Тамерлан Солтанов өсөнсө, ошо уҡ төркөмдә ҡыҙҙар араһында Айзирә Солтанбаева ла өсөнсө урын алды. Айзирә шулай уҡ “Иң йәш шахматсы” номинацияһында билдәләнде.  - Был еңеүебеҙ өсөн беҙҙе сатрашта оҫта уйнарға өйрәткән уҡытыусыбыҙ Яхъя Ғилметдин улына рәхмәтлебеҙ. Ярышҡа барыуҙа ата-әсәйҙәребеҙ ҙә ярҙам итте, - тиҙәр йәш шахматсылар.  Районда шахматтың фанаты булған, аҡыллылар уйынын үҫтереүгә, йәш быуынға өйрәтеүгә күп көс һәм тырышлыҡ һалған Яхъя Ҡаҙаҡбаев үҙенең тәрбиәләнеүселәре менән Урал аръяғы кубогының бөтә этаптарында әүҙем ҡатнаша. Бөтәһе дүрт этапта уҙған ярыштың йомғаҡлау туры Әбйәлилдә үтәсәк. Беҙҙең сатрашсылар унда ла алдынғылыҡ бирмәҫ тигән ныҡлы ышаныс бар.  

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас