Асыҡ турнирҙа Никита Витюгов аҡтар менән Дмитрий Андрейкинды ҡыйратты һәм турнир таблицаһының иң башына менде.
Владимир Федосеев Александр Рахмановты еңеүгә өлгәште.
Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа сәмле уйын күрһәтте. Валентина Гунина дәғүәсеһе Алина Биволды 43-сө йөрөштән һуң еңде.
Марина Гусева менән Евгения Овод араһындағы партия һуңғыһы файҙаһына булды.
Рәсәй чемпионатының суперфиналдары Рәсәйҙең шахмат федерацияһы һәм Елена менән Геннадий Тимченконың мәрхәмәтлек фонды тормошҡа ашырған "Музейҙарҙа шахмат" программаһы сиктәрендә уҙғарыла.