Спорт
18 Октября 2021, 10:25

Гроссмейстер менән уйын

 Суперфиналда социаль программа көнө уҙҙы. Йәш сатраш һөйөүселәр көс һынаны.    

Добавить в предпочтительные источники Google

Рәсәй Шахмат федерацияһы менән Елена һәм Геннадий Тимченко тормошҡа ашырған  «Музейҙарҙа шахмат» программаһы сиктәрендә уҙған суперфиналда социаль программа көнө үтте. Йәш сатраш һөйөүселәр һәм тәжрибәле шахматсылар гроссмейстер менән сатраш уйнай алды, оҫталыҡ дәрестәрен ҡараны, лекция тыңланы.

Билдәле гроссмейстер, тренер Сергей Шипов менән инвалид-балалар өсөн дистанцион белем биреү республика үҙәгенең Стәрлетамаҡ бүлексәһе һәм ошо уҡ ҡаланың һаңғырау балалар өсөн мәктәп-интернаттың туғыҙ тәрбиәләнеүсеһе һәм уҡытыусылары көс һынашты. Уйындан һуң бөтәһе лә ойоштороусыларҙан бүләктәр алып ҡыуанды.

 

               

 

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас