Спорт
18 Октября 2021, 10:05

Суперфинал дауам итә

Никита Витюгов Суперфиналда тағы алға сыҡты. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан Валентина Гунина еңде.                      

17 октябрҙә Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр араһында Рәсәй чемпионатының Суперфиналы уҙҙы.

Асыҡ турнир лидеры Никита Витюгов Кирилл Алексеенко менән шәп партияла көс һынашып, дәғүәсеһен еңде.

Александр Предке Александра Горячкина менән ҡатмарлы партияла уйнап, тәүгә турнирҙа еңде.

Матлаков – Федосеев та ҡыҙыҡлы уйын күрһәттте.  Мотылев - Есипенко, Понкратов - Рахманов  һәм Андрейкин – Чигаев партияһы ла ничья булды.

 Ҡатын-ҡыҙҙар  араһында Валентина Гунина икенсе тапҡыр еңеүсе булды, ул Алиса Ғәлләмова менән оҙаҡ көс һынашты. Гунина 78-се йөрөштән һуң алға сыҡты.

Евгения Овод  Анастасия Боднарук менән партияла дәғүәсеһен артта ҡалдырҙы.

Алина Кашлинская менән Лея Гарифуллина уйнаны, уларҙың тәүгеһе еңеүсе булды.

 

               

 

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас