

Асыҡ турнирҙа тәүге еңеүҙе Павел Панкратов яуланы, ул француз системаһы буйынса уйнап, Максим Чингаевты 28-се ынтылышта еңде.
Владимир Федосеев аҡ фигуралар менән уйнап, Александра Горячкинаға ҡаршы алдыра алманы. Горячкина оҫта эш итеп, дәғүәсеһенең ферздәрен ҡыҫымға алды. Шулай ҙа был осрашыу бер кемдең дә еңеүе менән тамамланманы — иҫәп тигеҙ ине.
Предке — Андрейкиндың партияһы ла мауыҡтырғыс булды. Ике тапҡыр Рәсәй чемпионы оборонала эш итте һәм йүнләп алға бара алманы. Был осрашыу ҙа тигеҙ иҫәп менән ябылды.
Туғыҙынсы турҙан һуң шахматсыларҙың һөҙөмтәләре түбәндәгесә: Никита Витюгов — 6, Владимир Федосеев — 5,5, Максим Матлаков, Дмитрий Адрейкин — 5, Андрей Есипенко, Кирилл Алексеенко, Павел Панкратов — 4,5, Александра Горячкина, Александр Мотылев, Александр Предке — 4, Максим Чигаев, Александр Рахманов — 3,5.
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Наталья Погонина ике партияла ла еңеп сыҡты. Алина Бивол уңышһыҙлыҡтарҙы йырып сығып, Анна Кашлинскаяны еңде. Ғарифуллина — Овод, Ғәлләмова — Шувалова, Войт Гиря — Гунина партиялары “ничья” менән тамамланды.
Рәсәй чемпионатының шахмат буйынса суперфиналы РФ Шахмат федерацияһы һәм Елена менән Геннадий Тимченконың мәрхәмәтлек фонды сараларына уҙғарыла. Тамашасылар 15 сәғәт 15 минутта үткәрелә башлай. Битлек режимы күҙәтелә