Спорт
20 Октября 2021, 09:43

Путин Рәсәй командаһын Dota 2 буйынса донъя чемпионатында еңеүҙәре менән ҡотланы

Дәүләт башлығы уйынсыларҙың сағыу лидерлыҡ сифаттарын һәм коллективтың татыулығын билдәләне.

Рәсәй президенты Владимир Путин The International 10  турнирында еңеү яулаған Team Spirit Рәсәй киберспорт командаһы ҡатнашыусыларына ҡотлау телеграммаһын ебәрҙе. Уның тексы Кремлдең сайтында баҫтырылған.

Дәүләт башлығы уйынсыларҙың сағыу лидерлыҡ сифаттарын һәм коллективтың татыулығын билдәләне. «Беҙҙең киберспортсылар һөҙөмтәгә маҡсатланған булыуҙарын, ниндәй үрҙәрҙе лә яулай алыуҙарын иҫбатланы», - ти Путин.

The International 10 - Dota 2 буйынса иң абруйлы турнир. Ярыштар был дисциплина буйынса донъя чемпионаты булып тора. Өс Рәсәй һәм ике Украина спортсыһынан торған Team Spirit командаһы йәкшәмбе, 17 октябрҙә еңеп сыҡты.

Яңылыҡ сығанағы: https://lenta.ru/

Автор:
Читайте нас