Никита Витюгов менән Валентина Гунина алдынғылыҡты бирмәй.
Алда хәл иткес партиялар. Кем еңер?
Өфөлә Суперфиналдың унынсы туры уҙҙы. Ир-егеттәр араһында асыҡ турнир лидеры Никита Витюгов Андрей Есипенкоға ҡаршы уйнаны. Ҡатмарлы партияла 41-се йөрөштән һуң дәғүәселәр ничьяға ризалашты.
Максим Матлаков аҡтар менән Александра Горячкинаны еңде.
Александр Предке ҡаралар менән Павел Понкратовтан көслө булып сыҡты һәм 64-се йөрөштә еңеүгә өлгәште.
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында лидерҙар Овод – Гунина партияһы ничья менән тамамланды.
Полина Шувалова аҡтар менән Анастасия Боднарукты еңде.
Ольга Гиря менән Алиса Ғәлләмова партияһында һуңғыһы көслөрәк булып сыҡты.