2022 йылда Волейбол буйынса донъя чемпионатын Рәсәйҙең ҡалалары иҫәбендә Өфө ҡабул итә. Юғары кимәлдәге ярыштар 26 августан 11 сентябргә тиклем барасаҡ. Унда 24 команда ҡатнашыуы көтөлә. Волейбол буйынса чемпионатҡа билеттар 15 декабрҙән һатыуға сығарылды. Уларҙы рәсми сайт аша алаырға мөмкин: https://tickets.volley.ru/ Был этапта билеттарҙың ҡағыҙ варианты һатылмай. Шулай уҡ ковид пандемияһына бәйле уларҙың күләме лә сикле. Төрлө матчтарға 400 һумдан алып 7 мең һумға хәтлем торған билеттар бар. Ике йәшкә тиклемге балалар өсөн инеү бушлай.