Спорт
4 Января 2022, 14:00

«Салауат Юлаев» капитаны Панин Яҡтыкүлдә балалар менән матч уҙғарыу көнөн хәбәр итте

«Салауат Юлаев» хоккей командаһы капитаны Григорий Панин Яҡтыкүл буйында уҙасаҡ балалар менән матч хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт менән уртаҡлашты.

«Шулай итеп, Яҡтыкүлдәге уйын буйынса тулыраҡ мәғлүмәт бирәм. Беҙ Егор Яковлев (“Металлург” командаһы капитаны) менән Урал классикаһын тауҙар араһында урынлашҡан йәмле күл өҫтө боҙонда үткәрергә уйлайбыҙ. Унда 6-14 йәшлек балалар беҙҙең менән бергә уйнай ала. Бының өсөн reels форматында видео төшөрөп Инстаграм йәки TikTok  аккаунтында #уральскаяКлассика и #командаПанина хэштэгы аҫтында урынлаштырыр кәрәк. Видеола ни өсөн минең командала булырға тейешлегең хаҡында ҡыҫҡаса һөйләргә кәрәк. Видео төшөргәндә йәште күрһәтеү мөһим. Видеоны 4-нән 11-се ғинуарға тиклем урынлаштырырға мөмкин, артабан барыһын да беҙ ҡарап сығырбыҙ һәм һөҙөмтәләрҙе иғлан итербеҙ. Матч 22 ғинуарҙа көндөҙгө сәғәт 1-ҙә Яҡтыкүл боҙонда була», - тип яҙҙы Григорий Панин «Инстаграм»да.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас