«Быйыл КХЛ-дың Йондоҙҙар матчы үткәрелмәй. Әммә беҙ үҙебеҙҙең Йондоҙҙар матчын ойошторорға булдыҡ. Яҡтыкүлдә эргә-тирәләге райондарҙан балалар беҙҙең менән уйнай ала. Барыһын да ихлас көтәбеҙ. Һуңғараҡ социаль селтәрҙәрҙә ошо хаҡта яҙырбыҙ», - тигән Г. Панин. «Бындай мөмкинлектән файҙаланмау гонаһ. Матур урын. Бик яҡшы сара буласаҡ», - тип белдергән Е. Яковлев.
Белеүегеҙсә, Йондоҙҙар аҙналығы 2022 йылдың 8-16 ғинуарында Силәбелә үтергә тейеш ине. Континенталь хоккей лигаһы 2022 йылғы үтергә тейеш Йондоҙҙар матчын һәм Хоккей йондоҙҙары аҙналығын 2023 йылға күсерҙе.