

Буранғолда яңы йыл ҡыуаныслы ваҡиғанан башланып китте. Бында хоккей майҙансығы асылды. Тантаналы сараға район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов, беренсе һәм социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫарҙары Руслан Хәлилов менән Артур Дәүләтбаев, район Советы депутаты, ДРСУ начальнигы Ринат Аҡсурин, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Ласын Усманов килде.
- Ауылығыҙҙа ысын спорт һөйөүселәр йәшәүен иҫбат итеп, үҙ көсөгөҙ менән хоккей майҙансығы төҙөп ҡуйыуығыҙ тик маҡтауға лайыҡ. Башҡалар ҙа һеҙҙең өлгөгә эйәрһен, спортҡа һәм сәләмәт тормошҡа ынтылыш көслө булһын тип теләйем. Буранғолдар - афариндар, - тине Илдар Таһир улы.
Ул Буранғол ауылы хоккей командаһына сәкәндәр бүләк итте.
Район Советы депутаты Ринат Аҡсурин ауыл халҡын иҫтәлекле ваҡиға уңайынан ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе. Буранғол ауыл хакимиәте башлығы Фуат Мәхмүтов майҙансыҡ төҙөүҙә ҡатнашҡандарға рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Яңы боҙҙа Асҡар, Хәлил, Озерный командалары майҙансыҡ хужалары менән сәмле уйын күрһәтте.
Мәҡәләнең тулы вариантын "Осҡон" гәзитенең киләһе һанында уҡығыҙ.