+14 °С
Ясно


Спорт һәм сәләмәтлек декадаһы сиктәрендә Асҡар ауылының боҙ майҙансығында "Боҙлоҡ дәүере" тип аталған ярыш уҙҙы. Күңелле старттарҙа ҡатнашыусылар конькиҙа шыуыу буйынса оҫталығын күрһәтте, боҙ өҫтөндә ҡаршылыҡтар һыҙатын үтте. Балаларға был күңелле уйын бигерәк оҡшаны, биттәре ҡыҙарып өшөһәләр ҙә ҡайтыуҙы уйламаны. Ҡыш миҙгеле, яңы йыл ялдары шулай ҡыҙыҡ һәәм әәүҙем үтә.