

Асҡар ауылының "Уңыш" стадионында йәйәүле биатлон менән бергә уҡтан атыу буйынса ярыштар үтте. Бәйгеселәр үҙҙәренең мәргәнлеген һәм уҡтан атыу оҫталығын ғына түгел, шулай уҡ 400 метр арауыҡҡа йүгереүҙә етеҙлеген һәм сыҙамлығын да һынаны. Еңеүселәр Маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнде. Спорт һәм сәләмәтлек декадаһы дауам итә, иртәгә зирәктәр үҙәк район китапханаһында сатрашта оҫталығын күрһәтәсәк.