Спорт
7 Января 2022, 04:05

Амангилделәр волейболда - еңеүсе!

Спорт һәм сәләмәтлек декадаһы дауам итә.

Амангилделәр волейболда - еңеүсе!Амангилделәр волейболда - еңеүсе!
Амангилделәр волейболда - еңеүсе!

"Батыр" физкультура-һауыҡтырыу комплексында волейбол буйынса ярыштар үтте, унда бөтәһе 11 команда ҡатнашты. Йәрәбә  буйынса ике төркөм төҙөлдө, беренсеһендә Амангилде, Красная Башкирия, Буранғол, Таһир Кусимов исемендәге гимназия, Салауат һәм Хәмит ауылы командалары,  икенсеһендә Асҡар, "Ҡыҙыл", Хәлил, Ташбулат, Дәүләт ауылы командалары көс һынашты.

Спортсылар сәмләнеп, көн буйы уйнаны. Көсөргәнешле һәм сәмле ярыш еңеүселәрҙе асыҡланы. Беренсе урында Амангилде, икенселә - "Ҡыҙыл", өсөнсө урынды Асҡар волейболсылары яуланы.Турнирҙың иң яҡшы уйынсыһы тип Закир Йәһүҙин, иң яҡшы һөжүм итеүсеһе тип Илдар Сәйетҡолов, иң яҡшы һаҡсыһы тип  Илдар Боҫҡонов танылды. Бөтә командаларға райондың спорт тормошонда әүҙем ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт! Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас