

Ял, уйындар өсөн махсус урындың булыуы ла шарт. Бынан бер нисә йыл элек Йәнгел ауылында “Торлаҡ һәм заманса ҡала мөхите” милли проектының “Заманса ҡала мөхитен формалаштырыу” проекты буйынса барлыҡҡа килгән ял паркы ҡышҡы каникул осоронда балаларҙы тартып торған иң яратҡан урынға әйләнде. Сөнки бында улар өсөн көн һайын ниндәйҙер сара, күңелле уйындар ойошторола.
“Һаумы, Ҡыш” программаһы, мәҫәлән, үҙ эсенә командалар араһында эстафета уйындарын алды. “Шыршыҡай” һәм “Ҡар бөртөгө” командалары “Сәпкә тейҙер”, “Крестиктар һәм ноликтар”, “Ҡарҙа һүрәт төшөр”, “Кем етеҙерәк?”, “Тюбинг менән эстафета” һәм башҡа ярыштарҙа етеҙлеккә уҙышты. Артабан балалар шыршы тирәләй бейене, караоке йырланы, Яңы йыл йомаҡтарын систе. Бөтә ҡатнашыусылар ҙа тәмлекәстәр менән бүләкләнде.
Сираттағы көндә тағы ла ҡыҙығыраҡ уйын көтә ине. Ҡар ҡәлғәһен алыу уйынында “ҡыҙылдар” һәм “күктәр” командалары байраҡ ҡаҙау өсөн барса көскә алышты. Унан балалар картала һыҙылған маршрут буйынса хазиналар эҙләне, үҙҙәренең отҡор, башлы булыуҙарын раҫлап, тиҙ арала аҫылташтар тултырылған һандыҡты, ә иң мөһиме дуҫлыҡ алтынын таба алды.
Саф һауала уҙған ҡышҡы футбол да күңелле һәм мауыҡтырғыс булды. Каникул дауам итә. Тимәк, алда балаларҙы тағы ла ҡыҙыҡлы мажаралар көтә әле.