

Өр-яңы йылдың байрам каникулдары ла ахырына яҡынлашты. Ун көнлөк ялды райондаштарыбыҙ өҫтәл артында, йәки диванға ҡырын ятып телевизор ҡарап ҡына уҙғарманы. Һәр ауылда балалар һәм өлкәндәрҙе йәлеп иткән төрлө спорт ярыштары, күңелле старттар, турнирҙар уҙғарылды. Шуныһы ҡыуаныслы: халыҡ был сараларҙа бик әүҙем ҡатнашты. Ғәҙәттәгесә, күпселектә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар еңел күтәрелеүе менән айырылды. Әммә ир-егеттәр ҙә ситтә ҡалманы. Фәҡәт көслө зат вәкилдәрен генә йәлеп иткән ярыштар ҙа бихисап булды. Бында айырыуса хоккейҙы билдәләп үтке килә.
Ә бына Хәлил ауылының ир-егеттәре араһында бильярд буйынса Яңы йыл турниры үтте. Мәҙәниәт усағында ойошторолған ярышта Миҙәхәт Килдейәровҡа тиңләшеүсе булманы. Икенсе урында Ғәйнислам Әсәҙуллин, өсөнсөлөктә Ирмәк Эскендеров билдәләнеп, маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.