

Буранғолда яңы йыл ҡыуаныслы ваҡиғанан башланып китте. Байрам каникулдары осоронда ауылда хоккей майҙансығы асылды. Тантаналы сараға район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов, беренсе һәм социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫарҙары Руслан Хәлилов менән Артур Дәүләтбаев, район Советы депутаты, ДРСУ начальнигы Ринат Аҡсурин, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Ласын Усманов, ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Шайморат Нәбиуллин килде.
— Ауылығыҙҙа ысын спорт һөйөүселәр йәшәүен иҫбат итеп, үҙ көсөгөҙ менән хоккей майҙансығы төҙөп ҡуйыуығыҙ тик маҡтауға лайыҡ. Башҡалар ҙа һеҙгә эйәрһен, һәр ауылда спортҡа һәм сәләмәт тормошҡа ынтылыш көслө булһын. Буранғолдарҙан өлгө алығыҙ, — тине Илдар Таһир улы. — Беҙ бындай башланғыстарҙы һәр саҡ хуплаясаҡбыҙ һәм ярҙам итәсәкбеҙ.
Ул Буранғол ауылы хоккей командаһына сәкәндәр бүләк итте һәм ауылда ғинуар аҙағында үтәсәк турнирға килгәнендә ҡапҡасы өсөн хоккей аммуницияһы тапшырырға вәғәҙәләне.
Район Советы депутаты Ринат Аҡсурин ауыл халҡын иҫтәлекле ваҡиға уңайынан ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе. Ошо округтан һайланған депутат булараҡ ул хоккей майҙансығына таш түгеп тигеҙләүҙә, электр бағаналары ултыртыуҙа ярҙам күрһәткән. ДЮСШ директоры Ласын Усманов һыу скважинаһы ҡаҙҙырған. Эшҡыуарҙар ҙа ситтә ҡалмаған. Үтәгәндән Мәжит Фәйезов, Юлай Фәхрисламов, Асҡарҙан Рөстәм Вәлиев, Амангилденән Рамаҙан Шаһыбалов, Буранғолдан Хәйҙәр Мәғәфүров, Фәнзил Тайыпов майҙансыҡты кәртәләү өсөн ағас материалдары биргән. Буранғолдан Айрат Баязитов һәм Кәбир Мәғәфүров бағана-таҡталарҙы ташыуҙа техника менән ярҙам иткән, Ишкилденән Руслан Мырҙагилдин тракторы менән бағанаға соҡорҙар ҡаҙған. Буласаҡ майҙансыҡтың төп хужалары — ауылдың хоккей командаһы егеттәре Сәғит, Рамаҙан һәм Мортаза Сәлмәновтар, Раян Хамматов, Булат Хәйруллин, Ғайсар Ғилманов, Заһир Фәсхетдинов, Зөлфир Фәттәхов бөтә эштәрҙе ойоштороп, төҙөлөш уртаһында ҡайнап йөрөгәндәр. «Күмәкләгән — яу ҡайтарған» тигәндәй, бергәләшеп, оло эштең осона сыҡҡандар.
Буранғол ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фуат Мәхмүтов тантанала майҙансыҡ төҙөүҙә ҡатнашҡандарға рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
— Ауыл өсөн мөһим булған эштә кемдәргә мөрәжәғәт итһәк тә, ярҙамдан баш тартманылар. Әйтәйек, майҙансыҡты тигеҙләү өсөн ДРСУ-ның КамАЗдары әллә күпме рейс ҡырсынташ ташыны, команда ағзалары майҙансыҡты кәртәләүҙә алһыҙ-ялһыҙ тигәндәй эшләне, — тине Фуат Шәрәфетдин улы.
Урындағы хакимиәт аҡсаһына хоккей майҙансығына электр үткәрелгән һәм яҡтыртыу саралары алынған. Шулай уҡ скважина өсөн торбалар, насос, төҙөлөш өсөн бөтә кәрәк-яраҡ сығымдары ҡапланған.
Яңы боҙҙа тәүге шайбаны район башлығы Илдар Нафиҡов ырғытҡандан һуң хоккей майҙансығы хужалары менән Озерный командаһы ярышҡа старт бирҙе. Кискә тиклем дауам иткән сәмле уйында Буранғол командаһы алдынғылыҡты бирмәй, еңеүсе булды. Икенсе урынды Хәлил һәм өсөнсөнө Асҡар командаһы яуланы. Еңеүселәр кубок һәм дипломдар менән бүләкләнде.
— Командабыҙҙың майҙансыҡ төҙөү тураһындағы тәҡдимен хуплап, ярҙамынан ҡалдырмаған Буранғол биләмәһе башлығы Фуат Шәрәфетдин улына, ошо эшкә үҙ өлөшөн индергәндәрҙең бөтәһенә лә рәхмәт белдерәбеҙ, — тине тренер Зөлфир Фәттәхов. — Ауыл халҡы команда өсөн хоккей формалары алыуға аҡса йыйып бирҙе, битараф ҡалмай, ярҙам күрһәтеүселәрҙең барыһына ла рәхмәт.
Ауыл йәштәре, студенттар һәм уҡыусыларҙан торған Буранғол командаһы үҙен танытыр, еңеүҙәре менән ҡыуандырыр әле. Әлегә көйәрмән булып йөрөгән малайҙар уларға лайыҡлы алмаш булып үҫһен.