Спорт
3 Февраля 2022, 10:35

Путин яратҡан спорт төрҙәрен һананы

Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең яратҡан спорт төрҙәре хаҡында һөйләне.  #Владимир Путин

Биатлонды, фигуралы шыуыуҙы яратам, бында спортсыларыбыҙ ғәҙәттә бик көслө. Саңғыла трамплиндан һикереү менән дә ҡыҙыҡһынам, ти ул. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй етәксеһе ваҡыт етмәү сәбәпле ярыштарҙы телевизорҙан ғына күреүенә зарлана.

    Әйткәндәй, Рәсәй Президенты  дзюдо һәм самбо буйынса СССР-ҙың спорт мастеры, шулай уҡ «Самбо буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры» исеменә һәм Халыҡ-ара йөҙөү федерацияһы орденына эйә. Путин тау саңғыһы спорты һәм хоккей менән дә мауыға. Бынан тыш ул әүҙем ял төрҙәренә - балыҡ тотоуға, атта йөрөүгә һәм йылға буйлап ағып төшөүгә өҫтөнлөк бирә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас