

Президент ҡушыуы буйынса, Министрҙар Кабинеты балалар-үҫмерҙәр спортын үҫтереү концепцияһын әҙерләгән. Дәүләт башлығы илдең һәр төбәгендә балалар үҙаллы һәм квалификациялы белгестәр етәкселегендә шөғөлләнә алһын өсөн уңайлы шарттар булдырыу бурысын ҡуйҙы.
Федераль аҡса ошо программаға сығымдарҙы ҡапларға мөмкинлек бирә. Был йәһәттән Башҡортостанға 55,5 миллион һум аҡса йүнәлтелә.
Яңы программа “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Үҫеп килгән быуындың ял итеүе өсөн шарттар булдырыу – уның төп өҫтөнлөктәренең береһе. Шулай уҡ тыуған төйәккә һөйөү, ватансыллыҡ тойғолары тәрбиәләү Рәсәй Президенты В.В. Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Мәғариф” милли проектында ла төп бурыстарҙан билдәләнә.
Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа туризм тармағын үҫтереүгә иғтибар бермә-бер артты. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты турист навигацияһы билдәләрен ҡуйыу буйынса әүҙем эш алып бара. Был мәғлүмәт билдәләре кешеләрҙе төбәктең иҫтәлекле урындарына, Башҡортостандың визит-үҙәктәренә, төрлө тәбиғәт һәм археология объекттарына, шулай уҡ музейҙарға һәм һәйкәлдәргә йүнәлтә.