Спорт
17 Февраля 2022, 04:30

Хоккейсы ҡыҙҙарыбыҙ Пекиндан ҡайтты

Ҡытайҙа  барған XXIV Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашыусы Башҡортостан хоккеистары төндә Өфөгә ҡайтты. “Өфө” аэропортында спортсыларҙы тантаналы ҡаршы алдылар.

Пекинда  барған XXIV Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашыусы Башҡортостан хоккеистары төндә Өфөгә ҡайтты. “Өфө” аэропортында спортсыларҙы тантаналы ҡаршы алдылар.

Рәсәй Олимпия комитетының хоккей буйынса йыйылма командаһы составында Башҡортостандан Вероника Коржакова, Мария Печникова, Мария Сорокина, Ольга Сосина, Анна Шибанова, Мария Баталова, Полина Лучникова сығыш яһаны.

Олипиадала ҡатнашыусыларҙы туғандары, дуҫтары, көйәрмәндәр, журналистар, БР Спорт министрлығы һәм “Ағиҙел” хоккей клубы вәкилдәре алҡыштар, гөлләмәләр, милли флаг һәм плакаттар менән ҡаршы алды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: хоккейсы ҡыҙҙар уйындарҙы бик ҡыҙыу башланы, тәүге матчта Швейцарияны 5:2 иҫәбе менән еңде. Матчтың 31-се минутында Башҡортостандан Анна Шибанова гол индерҙе. Үкенсекә күрә, артабанғы уйындарҙа уңыш беҙҙең йыйылма команданан ситкә боролдо һәм Рәсәй командаһы А төркөмөндә дүртенсе урынға ғына лайыҡ булды.

Сығанаҡ: БР Спорт министрлығы.

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас