

26 февралдә “Рәсәй саңғыһы – 2022” Бөтә Рәсәй фестивале сиктәрендә Рәсәйҙең биатлон буйынса атҡаҙанған тренеры, саңғы ярышы, биатлон һәм велоспорт буйынса СССР-ҙың спорт мастеры, БАССР-ҙың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре Алсынбаев Маҙһар Ситдиҡ улы иҫтәлегенә саңғы ярыштары уҙа.
Ярыштар Асҡарҙың Юбилей урамынан Төнъяҡ биҫтәгә тиклемге аҡланда үтә.
Башлана сәғәт 11-ҙә.
2009 йылғы һәм унан бәләкәй малайҙар һәм ҡыҙҙар өсәр саҡрымда уҙыша;
2007-2008 йылғы малайҙар һәм ҡыҙҙар ҙа өс саҡрымға йүгерә;
2005-2006 йылғы малайҙар һәм ҡыҙҙар 3-әр километрҙа көс һынашасаҡ;
17-19 йәшлек егеттәр — 3, ҡыҙҙар — 2 км;
20-29 йәшлек ир-егеттәр– 3, ҡатын-ҡыҙҙар– 2 км;
30 – 39 йәштәге ир-егеттәр – 3 км, ҡатын-ҡыҙҙар – 2 км;
40-49 йәшлек ир-егеттәр – 3 км, ҡатын-ҡыҙҙар – 2км;
50-59 йәшлек ир-егеттәр – 3 км, ҡатын-ҡыҙҙар – 2км;
60-69 йәшлек ир-егеттәр – 2 км, ҡатын-ҡыҙҙар – 1км;
70 йәшлек һәм унан өлкән ир-егеттәр – 2 км, ҡатын-ҡыҙҙар – 1км йүгерә.
Ярышта ҡатнашыу өсөн заявкаларҙы 26 февралгә тиклем балалар-үҫмерҙәрн спорт мәктәбенә бирергә кәрәк.
Белешмәләр өсөн тел.: 2-24-90, 8 965 931 86 69.