Спорт
25 Февраля 2022, 10:00

Герой исеменә матч

Советтар Союзы Геройы  Т. Кусимовтың тыуыуына 113 йыл тулыуға ҡарата мәктәп командалары араһында Асҡарҙа хоккей буйынса район беренселеге уҙҙы.

Герой исеменә матчГерой исеменә матч
Герой исеменә матч

Беренселекте Асҡар командаһы ҡулдан ысҡындырманы. Икенсе-өсөнсө урындарҙы Буранғол һәм Атауҙы үҫмерҙәре яуланы. Номинацияларҙа Атауҙынан Рәмзил Әминев “Иң яҡшы ҡапҡасы”, Буранғолдан Илнар Килдейәров “Иң яҡшы һаҡсы”, 1-се Асҡар мәктәбенән Иҙел Камалов “Иң яҡшы һөжүмсе”, Байымдан Марат Хөснуллин “Иң яҡшы уйынсы”, Инсаф Әғзәмов “”Иң яҡшы бомбардир” тип баһаланды.

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас