

25-26 февраль Ғафури районы Красноусол ауылында 2006-2007 йылғы үҫмерҙәр араһында көрәш буйынса республика беренселеге уҙҙы.
Ярыш йомғаҡтары буйынса ДЮСШ тәрбиәләнеүселәре ике призлы урын яуланы. 50 килограмм ауырлыҡ категорияһында Ишбулдынан Вәғиз Хәлисов (тренеры Р. Х. Әбделғазин) – икенсе һәм Т. Кусимов исемендәге гимназия уҡыусыһы Вилдан Ишбулатов ( И. Р. Әбделғазин) өсөнсө урын яуланы.