

“Рәсәй саңғыһы – 2022” Бөтә Рәсәй уҙышы сиктәрендә бөгөн Рәсәйҙең биатлон буйынса атҡаҙанған тренеры, саңғы, биатлон һәм велоспорт буйынса СССР-ҙың спорт мастеры, БАССР-ҙың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, яҡташыбыҙ Маҙһар Ситдиҡ улы Алсынбаев иҫтәлегенә саңғы ярыштары уҙҙы. Был спортты үҙ иткән райондың бөтә саңғысылары ла Асҡарҙа йыйылды. Көнө лә матур - сыуаҡ, йылы булды. Саңғысылар, йәш категорияһына ярашлы, 10 дистанцияла 1-3 километрға уҙышты. Ярышта ҡатнашыусы иң бәләкәй спортсы Асҡарҙан Ислам Хәкимов 1-се класс уҡыусыһы ғына булһа, иң өлкәне – 70 йәште үткән мәғариф ветераны Ҡужандан Клара Абдуллина булды.