Спорт
4 Марта 2022, 13:55

Уразаевтар – еңеүсе!

Бөгөн Өфөнөң “Динамо” стадионында “Яңы йыл ғаилә уйындары- 2022” фестиваленең республика һынауы уҙҙы. Унда еңеүсе булған Әбйәлил командаһы – Асҡарҙан Рафиҡ, Әлфиә һәм Ғәзиз Уразаевтар ғаиләһе шәп бүләк отто. Был турала сайтта уҡығыҙ.

Уразаевтар – еңеүсе!Уразаевтар – еңеүсе!
Уразаевтар – еңеүсе!

Бында республика буйынса муниципаль этап еңеүселәре көс һынашты. Фестиваль шарты буйынса уйындар асыҡ һауала, атай, әсәй һәм башланғыс класта уҡыусы баланан торған командалар ярышы булараҡ үтте. Программа “Сәкән менән тупты йөрөтөү”, “Тюбингта ярышыу” һәм “Быймала хоккей” һынауҙарын үҙ эсенә алды.  Һәм һөҙөмтәлә Әбйәлил командаһы – Асҡарҙан Рафиҡ, Әлфиә һәм Ғәзиз Уразаевтар ғаиләһе еңеүсе булды. Ғәзиз – Т. Кусимов исемендәге гимназияла 4-се класта уҡый. Афарин! Еңеүсе команда “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһына юлланма-сертификат менән бүләкләнде. Ғаилә был сертификат менән 31 декабргә тиклем теләгән ваҡыттарында файҙалана ала, юллама өс кешегә 14 көнгә иҫәпләнгән.

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас