Спорт
5 Марта 2022, 17:50

Ҡаҙмаш ҡайнап торҙо

Бар бит шундай энтузиастар! Бал ҡортондай тырыш, эшһөйәр хеҙмәт ветераны Мәҙинә Ибраһимова үҙенең призына өҫтәл теннисы буйынса район ярышын быйыл туғыҙынсы тапҡыр ойошторҙо.  Сара “Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә уҙҙы. Өҫтәл теннисын үҙ иткән даирә кешеләре йылдағыса Ҡаҙмашта йыйылды. Уйын бер юлы өс өҫтәл артында барҙы.

Ҡаҙмаш ҡайнап  торҙоҠаҙмаш ҡайнап  торҙо
Ҡаҙмаш ҡайнап торҙо

Мәктәп уҡыусылары араһында Амангилденән Илмир Мәһәҙиев, Таштуйҙан Ғәзиз Айытбаев, Һамарҙан Нәзир Ҡунаҡҡолов, Йәнгелдән Гөлназ Ҡужина, Ҡаҙмаштан Нәйлә Зәйнуллина, Таштуйҙан Аида Ғәбитова еңеүсе һәм призерҙар булды. Өлкәндәрҙән Ҡаҙмаштан Регина Хөснитдинова, Һамарҙан Фәрзәнә Ырыҫҡужина, Ҡаҙмаштан Алексей Бабин, тамырҙары Ҡаҙмаш ауылына тоташҡан  Свердлов өлкәһендә йәшәүсе Миҙхәт Ғайсин (әйткәндәй, ул йыл һайын ярыштан ситтә ҡалмай) һәм Таштуйҙан Инйәр Ғәбитов яҡшы уйын күрһәтеп, миҙалдар һәм ойоштороусынан иҫтәлекле бүләктәр менән наградланды.

Ҡаҙмаш ҡайнап  торҙо
Ҡаҙмаш ҡайнап торҙо
Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас