Спорт
5 Марта 2022, 05:30

Боҙ майҙаны һис буш тормай

Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышлап Буранғолда уҡыусылар араһында үткән хоккей буйынса район беренселегендә Байым командаһы еңеүсе булды.

Ағымдағы ҡышта хоккей майҙансығы асылыу ҡыуанысын кисергән буранғолдар миҙгел дауамында район күләмендә өсөнсө тапҡыр ярыш уҙғарҙы.

Кисә  бында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышланған мәктәп уҡыусылары араһында район беренселеге үтте.

Уйында Озерный, Хәлил, Ташбулат, Буранғол, Байым, Асҡар командалары ҡатнашты һәм Байым командаһы еңеүсе титулын яуланы. Боҙ майҙаны хужалары – буранғолдар икенсе урынды ситкә ебәрмәне. Асҡарҙар өсөнсө урын яулап ҡайтты.

Уйын ваҡытында айырылып торған иң йылғыр хоккейсылар номинацияларҙа билдәләнде. Шулай итеп, Буранғолдан Ғайсар Ғилманов “Иң яҡшы уйынсы”, Асҡарҙан Салауат Әминев “Иң яҡшы һаҡсы”, Байымдан Салауат Миңлебаев “Иң яҡшы ҡапҡасы”, Озерныйҙан Вилдан Абдуллин “Иң яҡшы һөжүмсе”, Асҡарҙан Айтуған Йосопов “Иң яҡшы бомбардир” тип табылды.

Боҙ майҙаны һис буш тормай
Боҙ майҙаны һис буш тормай
Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас