+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
9 Март 2022, 12:00

Баш ҡалала саңғы марафоны үтте

Республикабыҙҙа 7 – 8 мартта “Биатлон” спорт-һауыҡтыру комплексында XXXVII саңғы марафоны уҙҙы. Унда Рәсәйҙең 80 ҡалаһынан һәм 29 төбәгенән 632 спортсы ҡатнашты. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ир-егеттәр араһында 50 километр дистанцияла еңеүсе тип Константин Главатских танылһа, ә ҡатын-ҡыҙҙар араһында Наталья Бабчина иң йылғыры булды. 30 километрлыҡ дистанцияла Игорь Кобелев һәм Екатерина Окунева еңеү яуланы.

Үҫмерҙәр араһында Өфө, Мишкә, Кушнаренко, Йәрмәкәй, Миәкә, шулай уҡ Балаҡатай райондарынан 200 саңғысы сығыш яһаны. Сарала ҡатнашыусы иң йәш кешегә – 2 йәш ярым, ә иң өлкәненә 74 йәш ине.

Бынан тыш, ярыш нигеҙендә  #Добраялыжня хәйриә акцияһы уҙҙы, уның һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан балаларына ярҙам фонды өсөн 300 мең һумдан артыҡ аҡса йыйылды.

Фото: Башинформ

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:
Читайте нас: