+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
9 Март 2022, 11:55

Өфөлә биатлон буйынса чемпионат үтәсәк

Баш ҡалаға илдең иң көслө биатлонистары йыйыласаҡ.

Өфөлә тәүге тапҡыр Рәсәй Кубогына биатлон буйынса ил чемпионаты уҙасаҡ. Ҙур спорт ярышы 10-17 мартта көтөлә.

Сарала Александр Логинов, Эдуард Латипов, Максим Цветков, Антон Бабиков, Кәрим Хәлили, Кристина Резцова, Лариса Куклина һәм Рәсәйҙең, Беларусь Республикаһының башҡа көслө биатлонистары ҡатнашыуы көтөлә.

Бар ил Өфөлә үткән биатлон байрамын "Матч ТВ" каналында тура трансляцияла ҡарай ала, комментаторы һәм сараны алып барыусы - Дмитрий Губерниев. 

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: