+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Март 2022, 15:45

Уразаевтар — еңеүсе!

Өфөнөң «Динамо» стадионында үткән «Яңы йыл ғаилә уйындары – 2022» фестиваленең республика һынауында Әбйәлил командаһы — Асҡарҙан Рафиҡ, Әлфиә һәм Ғәзиз Уразаевтар ғаиләһе еңеүсе булды.

Республика ярышында муниципаль этап еңеүселәре көс һынашты. Фестиваль шарты буйынса уйындар асыҡ һауала, атай, әсәй һәм башланғыс класта уҡыусы баланан торған командалар ярышы булараҡ үтте. Программа «Сәкән менән тупты йөрөтөү», «Тюбингта ярышыу» һәм «Быймала хоккей» һынауҙарын үҙ эсенә алды.  Һәм һөҙөмтәлә Әбйәлил командаһы — Асҡарҙан Рафиҡ, Әлфиә һәм Ғәзиз Уразаевтар ғаиләһе еңеүсе булды. Ғәзиз — Т. Кусимов исемендәге гимназияла 4-се класта уҡый.
Еңеүсе команда «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһына юлланма-сертификат менән бүләкләнде. Ғаилә был сертификат менән 31 декабргә тиклем теләгән ваҡыттарында файҙалана ала, юллама өс кешегә 14 көнгә иҫәпләнгән.

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас: