“Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексында «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексының VI ҡышҡы фестиваленең беренсе этабы уҙҙы. 12 белем усағынан 73 уҡыусы йәш категорияларына ярашлы ГТО нормативтарын тапшырҙы.
Уҡыусылар түбәндәге ярыш төрҙәрендә көс һынашты: арҡала ятҡан килеш күтәрелеп ултырыу, аяҡтарҙы тура тотоп гимнастика эскәмйәһендә билдән бөгөлөү, урындан оҙонлоҡҡа һикереү, ерҙән этенеп ҡулдарҙа күтәрелеү, 50 метрға йөҙөү.
Һәр баҫҡыс буйынса шәхси беренселек айырым баһаланды.
11-12 йәшлектәр араһында (ГТО-ның III баҫҡысы) малайҙарҙан – Айваз Миңдейәров (Әбделмәмбәт), Рузил Шәмсетдинов (Михайловка), Рушан Суфиянов (Ҡырҙас); ҡыҙҙарҙан Дилара Хөснитдинова (Ҡаҙмаш), Әлиә Ейәнбирҙина (Сиҙәм), Аделина Йәһүҙина (Амангилде) призлы урындар яуланы.
IV баҫҡыс буйынса ярышҡан 13-15 йәшлек үҫмерҙәр категорияһында Тайфур Миңдейәров (Әбделмәмбәт), Нил Нөғәмәнов (Михайловка), Егор Климов (Сиҙәм); ҡыҙҙарҙан Лена Исҡужина (Әбделмәмбәт), Карина Бугрова (Рауил), Лиза Исҡужина (Әбделмәмбәт) ал бирмәне.
V баҫҡыс буйынса 16-17 йәшлектәр нормаларын тапшырыусы егеттәрҙән Салауат Ҡаһарманов (Ҡаҙмаш), Фәнүр Сәйетов (Амангилде), Вадим Түлебаев (Т. Кусимов исемендәге гимназия); ҡыҙҙарҙан Анжела Бугрова (Рауил), Айһылыу Сәйеғәлина (Байым), Айзилә Рәхмәтуллина (Рауил) һынатманы.
Ҡышҡы фестиваль еңеүселәре һәм призерҙары булған был уҡыусылар барыһы ла ГТО нормативтарын алтын билдәгә үтәй алды. Иртәгә ҡышҡы фестивалдә ҡатнашыусылар Ишкилделә саңғы буйынса шәхси һөҙөмтәләрен күрһәтәсәк. Ҡыҙҙар 2 һәм 3, егеттәр 3 һәм 5 саҡрымлыҡ дистанцияларҙа ярышасаҡ.